Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ноябрь 2019, 11:49

Боҙ аҫтына киткән баланы бер сәғәт эҙләгәндәр...

Улар бер туғандар булған. Боҙға уйылып төшөп киткәндәрен күршеләре күреп ҡалып, йәһәт кенә аталарына хәбәр иткән.

Шәмбе көн булған фажиғә республикабыҙҙы тетрәндерҙе. Тәүге боҙ аҫтына өс бала батып, уларҙың береһе һәләк булды. Ваҡиға Нуриман районының Байгилде ауылында Бәләкәй күлендә теркәлгәйне.

Әле был фажиғә тураһында анығыраҡ билдәле булды. Өс, биш һәм ете йәшлек балалар бер туғандар икән. Шулай уҡ ғаиләлә тағы ике бала бар, улар өйҙә ҡалған, береһе сирле. Был ишле ғаиләне бөтәһе лә тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай.

Фажиғә көнөндә балалар өйҙәренән йыраҡ түгел күлгә уйнарға сыҡҡан. Боҙ емерелеп, уларҙың һыуға төшөп киткәнен күршеләре күреп ҡалған һәм йәһәт кенә балаларҙың атаһына хәбәр иткән. Ир бар көсөнә йүгереп барып сабыйҙарын ҡотҡара башлаған. Өс йәшлек малай менән биш йәшлек ҡыҙҙы тиҙ генә табып сығарған. Ә бына ете йәшлек малайҙы бер сәғәт самаһы эҙләп саҡ тапҡан. Тиҙ генә килеп еткән “Ашығыс ярҙам” табиптары малайға ярҙам итергә тырышып ҡарай ҙа бит, тик һуң була – бала вафат була. Ә ике бәләкәй туғаны иҫән ҡала.

Шунда уҡ килеп еткән махсус хеҙмәттәр тәфтиш эшен дауам итә. Урынды тикшергәндән һуң суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән, фажиғәнең бар сәбәптәре асыҡлана.

Ата-әсәлә – сикһеҙ ҙур ҡайғы. Улар менән психологтар эшләгән. Ғәзиз сабыйҙарҙан күҙ яҙҙырырға ярамай шул...
Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: