Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ноябрь 2019, 16:40

Башҡортостан ЮХХДИ-да хәүефле тәбиғәт күренеше хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы сәбәпле автомобиль юлдарында боҙлауыҡ барлыҡҡа килде. Ошо хаҡта 5 ноябрҙә социаль селтәрҙә Башҡортостан Республикаһының ЮХХДИ-һы начальнигы Динар Ғилметдинов хәбәр итте.

Ул водителдәрҙе хәүефле тәбиғәт күренеше тураһында иҫкәртте һәм иғтибарлы булырға саҡырҙы.
«Тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡлағыҙ. Уйланылмаған манёврҙарҙың фажиғәгә сәбәпсе булыуы мөмкин икәнен хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Һеҙҙең именлегегеҙ — һеҙҙең ҡулда», — тип яҙҙы Динар Ғилметдинов.
Читайте нас: