Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ноябрь 2019, 13:00

"Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса эш дауам итә

Тәртипкә килтерелергә тейешлеләр исемлегендә 157 ихата бар. Ремонт эше өсөн сығымдарҙың төп өлөшөн республика бүленә. 5 процентын муниципалитет финанслай, тағы 1 процентын халыҡ үҙе йыя.

Уйын һәм спорт майҙансыҡтары, машина ҡуйыу урындары тәртипкә килтерелә, биләмәләр яҡтыртыла, видеокамералар урынлаштырыла. "Башҡорт ихаталары" программаһы республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: