Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ноябрь 2019, 13:30

Алты йәшлек малай бер көндә ике аварияға осраған

Юл фажиғәһе Киров өлкәһендә 2 ноябрҙә була. "Ниссан" машинаһы водителе 36 йәшлек ир ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм "КамАЗ" машинаһына бәрелә. "Ниссан" водителе, уның 28 йәшлек ҡатыны шул урында һәләк була. Ә алты йәшлек малай иҫән ҡала, уны дауаханаға оҙаталар. Бәрелешеү шул тиклем көслө була, "Ниссан" машинаһының алды иҙелеп бөтә. Атаһы менән әсәһе һәләк булған баланы ашығыс ярҙам менән дауаханаға алып китәләр. Ике сәғәттән һуң, авария урынынан 100 километр йыраҡҡа киткәс, ашығыс ярҙам машинаһы ла аварияға осрай. Киров ҡалаһына инеп барышлай, юл һәләкәте була. "Ашығыс ярҙам машинаһы водителе тауыш һәм утлы сигналдарын яндырып бара, ул светофорҙың ҡыҙыл төҫе янғанда урам сатына инә. Шунда уға "Форд Фьюжен" машинаһы бәрелә. Аварияла бер кем дә имгәнмәй", - тип һөйләгән ЮХХДИ инспекторҙары. Иномарка водителе ни сәбәпле ашығыс ярҙам машинаһына юл бирмәгәнен полиция асыҡлай. Республика баҫмаларынан.

Читайте нас: