Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Ноябрь 2019, 14:24

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

29 –31 октябрҙә Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында табип-офтальмолог, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының III микрохирургия бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты Раян Хисмәтуллин етәкселегендә Сибай табиптары менән берлектә ҡылауға (катаракта) операциялар эшләнде.

Бөтәһе 47 кешегә операция эшләнгән. Уларҙың барыһы ла уңышлы үтте. Әткәндәй, Сибай һәм Урал аръяғы пациенттары Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының офтальмология бүлегендә күҙҙәге ҡылауға дауалау үтә ала.


Читайте нас: