Тәү сиратта, бик күп хеҙмәттәр һәм махсус техника әҙер булырға тейеш. Шишәмбе көндө район үҙәгенең төп майҙанында йыл һайын үткәрелеүсе Берҙәм дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһы Башҡортостан төбәк подсистемаһының Стәрлебаш звеноһы техникаһының ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерлеге тикшерелде һәм ул Стәрлебаш хеҙмәттәренең һәм коллективтарының ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙер булыуын асыҡ күрһәтте.
Барлығы унда төрлө милек формаларына ҡараған 10 предприятие һәм ойошманың 24 берәмек махсус техникаһы күрһәтелде. Техник ресурстар өсөн яуап биреүселәр араһында медицина, тәртип һағы, газ хеҙмәте өсөн яуаплылар, электрсылар, энергетиктар, юлсылар, коммуналь хеҙмәткәрҙәр бар ине. Һәр етәксе уларҙа булған техника, ҡоролма һәм инструменттар тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Ҡайһы бер осраҡта, машиналарҙы оҙаҡ йылдар эксплуатациялауға ҡарамаҫтан, улар һәйбәт һаҡланған. Водителдәрҙең, механиктарҙың техниканы намыҫлы ҡарап тотоуҙары һәм етәкселәренең ярҙамы менән генә улар шундай һөҙөмтәгә өлгәшә алған.
Бер рәткә теҙелгән техника колоннаһын ҡарап сығып, район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов коллективтар вәкилдәре менән аралашты, улар алдына ҡуйылған бурысты башҡарыу өсөн барыһы менән дә тәьмин ителеүҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Әңгәмә барышында проблемалар ғына түгел, ә уларҙы хәл итеү юлдары тураһында ла һөйләштеләр.
Смотрҙа өс берәмек яңы техника иғтибарҙы йәлеп итте. Ошо көндәрҙә генә Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы автопаркы ГС-1402 грейдеры һәм JCB-160 экскаваторы менән тулыланған. «Стәрлебаш Торлаҡ-коммуналь сервис» муниципаль унитар предприятиеһы яңы «Рыбинец» ДМ-14 автогрейдеры күрһәтте. Ауыр махсус техника дәүләт номерҙары алғас һәм страховка рәсмиләштергәс кенә юлға сығасаҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән төбәктең торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенең матди-техник базаһы һиҙелерлек нығына. Махсус техника урындағы бюджеттан софинанслау ярҙамы менән БР Хөкүмәте тарафынан бүленгән аҡса сараһына һатып алынған.
Быйыл ҡыш нисек үтер? Һыу һурҙыртырға, ер ҡаҙырға йәки ҡар-бурандарға ҡаршы көрәшергә тура килерме, берәү ҙә белмәй. Иң мөһиме, бөтә хеҙмәттәр һәр саҡ көтөлмәгән төрлө хәлдәргә әҙер булһын, ә техника уларҙы бер ваҡытта ла һынатмаһын. Дөйөм алғанда, бөтә хеҙмәттәр һәм ойошмалар ҙа смотрға яуаплы ҡараған, тип билдәләне район башлығы. Ул уларға һәйбәт әҙерләнгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ҡышҡы осорҙа аварияһыҙ эшләүҙәрен теләне.