Училищенан һуң Фәнзил армияла хеҙмәт итә. Ауылына ҡайтҡас уға трактор бирәләр. Ер һөрә, сәсә, тырмата, башҡа эштәр менән дә шөғөлләнә. Маҡтайҙар.
Әммә һуңынан күңелһеҙ хәл була. Башҡа ерҙәге кеүек үк, урындағы хужалыҡ тарҡала. Ә эшләргә кәрәк. Шунһыҙ булмай. Бер аҙ уйланғандан һуң Ибраҡайға «Заря» йәмғиәтенә эшкә бара.
Рәйес Ғафур Ҡорбанғәлиев иғтибарлап тыңлағандан һуң:
- Тракторға ултырырһың. Әммә көн дә йөрөп эшләүе ҡыйыныраҡ булыр инде, - ти.
- Нимә эшләйһең инде, - тип яуап бирә Ишембәтов.
Оҙаҡламай барыһы ла уның үҙ урынын тапҡанын аңлайҙар. Уның тырышлығын һәм эшһөйәрлеген күрәләр. Ҡайҙа эшләһә лә, юғары күрһәткестәргә ирешә. Әлбиттә, бындай кешегә хөрмәт тә арта.
Ағымдағы йылды алайыҡ. Сәсеү осоронда ул ҙур өмөттәр бағлаған кешеләрҙең береһе була. Ул өмөттәрҙе аҡлай. Уның агрегаты бик яҡшы, әммә барыбер механизаторҙан ҙур көсөргәнеш талап ителә. Фәнзил 2000 гектарҙа яҙғы культуралар сәсә. Һан бик ҙур. Уның менән бергәләп Рәүеф Ҡотлошин, Игорь Потапов, Әлфир Моратовтар эшләй.
Сәсеүҙән һуң хужалыҡ етәксеһе барлыҡ механизаторҙарға тырышып эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерә. Шулай ҙа:
- Алда беҙҙе яңы эштәр көтә. Һынатмаҫһығыҙ, тип ышанам, ти.
Ысынлап та, йәнә тырышып эшләйҙәр. Пар ерҙәрен эшкәрткәндә Фәнзил, мәҫәлән, йәнә башҡаларҙан айырыла. Һуңынан ужым культураларын сәсеү ваҡыты етә. Ишембәтов был эште шулай уҡ әһәмиәтле майҙанда башҡара.
Артабан ерҙе туңға эшкәртеү. Ҙур күләмле эш көтә. Ә ваҡыт бик аҙ була. Был күп көс талап иткән ауыр эш. Шулай ҙа ер һөрөүселәр һынатмай, алты мең гектар майҙанда мөһим агросараларҙы ваҡытында башҡаралар. Фәнзил бында ла ҙур өлөш индерә.
Күптән түгел баш агроном Ишембәтовҡа:
- Иң алыҫ баҫыуҙарға барып, ерҙе дискыларға кәрәк, - ти.
- Нисек кәрәк шулай эшләрбеҙ, - тип яуап бирә Фәнзил.
Билдәле сәбәптәр буйынса ул өйөнә һуң ғына ҡайта. Үҙенең шәхси хужалығы тураһында ла уйланып ҡуя. Әммә борсолорға урын юҡ. Ныҡлы, татыу ғаиләһе булыуы күңелен йылыта. Бындай осраҡта әйтелгәнсә - ышаныслы тыл. Ата-әсәләре менән бергәләп йәшәйҙәр. Тормош иптәше Лилиә Ибраһим ҡыҙы урындағы мәктәптә эшләй. Балаларын лайыҡлы тәрбиәләйҙәр. Һигеҙенсе класта белем алған улдары Дим, әйткәндәй, көрәш менән (ваҡытында атаһы кеүек) шөғөлләнә. Үҙенең йәш төркөмөндә ярыштарҙа призлы урындар яулай.
Бына шулай мәшәҡәттәр һәм хәстәрлектәр, яҡшыға ынтылыш менән йәшәй Ҡабыҡҡыуыштан егәрле Фәнзил.