Бөтөн ил буйынса 1919 йылдың 26 декабрендә Совнаркомдың «Ликвидация безграмотности» тигән декреты ҡабул ителә. 8 йәштән 50 йәшкә тиклемге бөтөн кешеләр ҙә мәжбүри уҡырға, яҙырға өйрәтелә.
1929 йылдан халыҡ йәшәгән һәр ауылда мәктәптәр эшләй башлай. Башҡортостанда 250 мәктәп асыла. Ете класс, баштараҡ хатта дүрт класс белеме булғандар уҡытыусы итеп тәғәйенләнә һәм уҡырға, яҙырға, һанарға өйрәтә. Мәктәп итеп мәсет-мәҙрәсәләр, буш торған өйҙәр файҙаланыла. Иҙәнгә ултырып уҡыйҙар, яҙалар. Төрлө ҡағыҙ киҫәктәре файҙаланыла, гәзит биттәре, магазинда аҙыҡ-түлек төрөлгән ҡағыҙ киҫәктәре лә дәфтәр итеп ҡулланыла. Уҡыу кәрәк-яраҡтарын сепрәк муҡсаларға һалып йөрөтәләр. Һуңыраҡ йоҡа таҡтанан сумка яһай башлайҙар. Ҡаҙ ҡанатының йыуаныраҡ ҡаурыйҙары ручка итеп файҙаланыла. Ә ҡара яһау ҡатмарлыраҡ. Уны имән ҡайрыһын ҡайнатып, шуның һыуына тутыҡ ҡаҙаҡ, тимер һалып ҡуйып, аҡ өҫтөндә күренерлек төҫ барлыҡҡа килтереп яһағандар. Ҡоромды ебетеп, күмер менән яҙыусылар ҙа булған.
Бына шулайыраҡ башлана наҙанлыҡты бөтөрөү декретының тәүге аҙымдары.
Ҡарағош ауылында мәктәп 1919 йылда асыла. Райондағы тәүге революционер Вәли Сәүбәнов шул осорҙағы барлыҡ яңылыҡтарҙы үҙ ауылында тормошҡа ашырыу өсөн бөтә мөмкинлекте файҙалана. Мәктәпте асыусы ла була, тәүге уҡытыусы ла ул була. Уның «Данные о прохождении службы» тигән документының икенсе пунктында «... учителем Карагушевской школы 1919. 1/XI» тигән яҙыуы бар.
1919 йылдың 15 ноябрендә 48 һанлы документ Стәрлетамаҡ өйәҙенең ревкомы тарафынан Сәүбәнов Вәли Таһир улына «Учителю Карагушской советской мусульманской школы» тигән документ бирелгән. Уның ҡатыны Бибинур Сәүбәнованың биографияһының хронологик таблицаһында ла «1919-37 йылдарҙа Ҡарағош мәктәбендә уҡытҡан» тип яҙылған.
Вәли Сәүбәнов шулай уҡ Ҡалҡаш, Федоровка, Сытырман ауылдарындағы мәктәптәр эшләп китеүендә лә ныҡлы ярҙам күрһәткән. Асылған мәктәп ябылмай. Уҡытыусылар менән тәьмин ителеүгә лә өҙөклөктәр ҡуйылмай.
Ҡарағошта асылған дүрт йыллыҡ мәктәптең тәүге уҡытыусылары - Зәки һәм уның ҡатыны Кәмилә Вәлиева, Вәли Сәүбәнов һәм Бибинур Мөхәмәтйәрова - Сәүбәнова. 40тан артығыраҡ бала тәүге уҡыусылар булып мәктәпкә килә.
1920/21 уҡыу йылында ике ҡыҙ уҡытырға килә. Береһе - Стәрлебаштан, икенсеһе Ҡайраҡлы (Тормай) ҡыҙы Кәмилә Ҡунафина. Ул 1930-1939 йылдарҙа математиканан уҡыта. 1929 йылға тиклем бында Зәки Иҡсан улы Хәсәнов эшләй. Уны шул уҡ йылда ҡулға алып, өс йылға төрмәгә ултырталар. Алдынғы ҡарашлы, ҡайһы бер фекере «хужа»ларға оҡшамаған кешене ҡулға алыу ул осор өсөн хас күренеш булғанын беләбеҙ. 1989 йылда, 57 йылдан һуң ғына, уның исеме аҡлана. Төхвәт Йосоп улы Туҡтаровты 1938 йылда ҡулға алалар. 25 йәшлек егетте 58-се статья буйынса ғәйепләп, ун йылға төрмәгә оҙаталар.
Ғүмәров Насир Ғирфан улы 1931-1939 йылдарҙа уҡыта. 1939 йылда Мәскәү Кремленең ҙур Һарайында уға СССР Юғары Советы секретары Михаил Калинин «Хеҙмәттәге батырлығы өсөн» миҙалын тапшыра. Был миҙалға лайыҡ булған тағы бер райондашыбыҙ, Тормай ауылынан Хәмитов Мәжит Зәйнетдин улын билдәләргә кәрәк, ул беренсе революционер ҙа, беренсе булып колхозға инә һәм ауылдан беренсе депутат була. Бүләкләнеүселәр бергә төшкән фотоһүрәттә Калининдың уң яғында ултыра ул. Ә Насир Ғүмәров икенсе рәттә тора. Бер үк райондан ике кешенең был юғары исемгә лайыҡ булыуы районыбыҙҙың исемен юғары тотоусылар үҙҙәре үрнәгендә шундай уҡ кешеләр тәрбиәләгән тип ышаныс менән әйтеп була. (Фотоһүрәттә бүләкләнеүселәр утыҙлап ҡына кеше).
1939-40-сы йылдарҙа Ҡораласыҡтан Исмәғил Хөснөтдинов рус теленән, Килдебәков географиянан, Ардуванов тарихтан уҡыта.
1933 йылда Стәрлетамаҡ педтехникумын тамамлағас Нажия Кәримова менән Фәүзиә Бәшированы ебәрәләр. Мәктәп мөдире Сәүбәнова Бибинур, ШКМ мөдире Насиров Назим ине, тип хәтерләй Нажия апай.
1-4 кластар төрлө урында дүрт өйҙә уҡый. 1933 йылдың 7 ноябренә яңы ҙур мәктәп бинаһы төҙөлә. Ете класс бүлмәһе, уҡытыусылар һәм пионер бүлмәһе була. Рәхим Тайғонов, Хәй Ғәлимов, Зәки Исхаҡов, Ғаян Ғәлимова, Зәйтүнә Әсфәндийәрова, Роза Шәнгәрәева уҡыта.
1934 йылда 23 уҡыусы ете йыллыҡ белем тураһында таныҡлыҡ ала. Директор, Ҡырмыҫҡалы районы кешеһе Низам Насиров ҡулынан алған был документ кешеләр хәтерендә оҙаҡ йылдар һаҡлана. Бығаса үҫмер балалар ҡулдарына бер ниндәй документ та алғаны булмай.
1939 йылда Шәрифйән Хаматғәли улы Ҡаһармановты директор итеп тәғәйенләйҙәр. Һүҙ уңайынан, район Советына беренсе тапҡыр һайлау булғанда (1939 йыл) Шәрифйән Ҡаһарманов менән Зәйтүнә Әсфәндийәрованы беренсе депутаттар итеп һайлайҙар. Был ауылда уҡытыусының абруйы юғары булыуын раҫлай. Ете йыллыҡ мәктәпкә Стәрлебаштан Сәлимә Хәсәнова, Ибраҡайҙан Мөхәмәтйән Сәлихов, Ямғырсынан Хәлимә Батталова менән Суфия Фәттәховалар килә. Ш.Ҡаһармановты район мәғариф бүлегенә инспектор итеп күсергәс, Баныу Фәхриева директор булып ҡала. Вәли Ваһапов завуч, ҡатыны Разыя Илкина уҡытыусы була.
Ҡарағошҡа эшкә ебәреүселәрҙең географияһы киңәйә бара. Тәтер-Арыҫлан ауылынан Рәзимә апай, Стәрлебаштан Рауха апай, Зөләл апай һәм Ләлә апай, Пономарев улусынан Мәжит Мәсәғүтов килә. Ул 1941 йылдың тәүге яртыһында директор була. Ырымбурҙың «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен тамамлаған Мәжит Хәмит улы Ҡөрьәнде яттан белгән һирәк кешеләрҙең береһе була. Ғәйәт уҡымышлы был кеше 15 йыл уҡытыусы булып эшләй, артабан Тәтер-Арыҫлан мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр.
Беҙҙең мәктәптә төрлө йылдарҙа Зәйнәп Чербаева (Ҡуғанаҡбаш), Зариф Абдуллин (Айҙарәле), Мөхәмәт Ғәҙелшин (Архангель районы), Хәй Исламоратов, Ҡәҙермаев, Әҙибә Мәмлиева (Аҙнаҡай ҡыҙы) директор булып эшләйҙәр. 1958-1964 йылдарҙа Рауил Ғафур улы Лоҡманов (Ҡыҙылъяр ауылынан) директор була. 1961 йылда 8 йыллыҡ мәктәптең беренсе сығарылышы була. 1970-1976 йылдарҙа Ғаяз Үләев (Тәтер-Арыҫлан ауылынан) директор була. Ул эшләгән осорҙа мәктәп ун йыллыҡҡа әйләнә һәм 1974 йылда беренсе сығарылыш була.
Артабан Фәнил Һаҙый улы Хәлимов (1976-1985), Марат Муллагәрәй улы Абсаттаров (1985-2001), Роберт Фәрит улы Туҡтаров (2001 йылдан) директорҙар була.
Гәзит битендә генә 100 йыллыҡ тарихы булған мәктәптә кемдәр эшләгәнен яҙып бөтөрөп булмай. Мәктәп стеналарында 250нән ашыу уҡытыусының тауышы яңғырай. Улар беҙҙең районда ғына түгел, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Федоровка, Миәкә райондарынан, Ырымбур өлкәһенән, Сыуаш Республикаһынан да була. Ә Ҡарағоштоң үҙенән сыҡҡан уҡытыусылар Фәйез Мәҡсүтов, Усман һәм Ғүмәр Туҡтаровтар, Сәйетгәрәй Туҡтаров, Шакир һәм Әғләм Мәҡсүтовтар, Наилә, Дилбәр, Суфия Тимербулатовалар, Һаҙый Хәлимов, Фәниә һәм Наил Заһиҙуллиндар, Хәтимә Табаева, Наилә Вәлиуллина, Әлмира Үләева, Рәмил Шаматов, Нәсимә Дәминова, Римма Туҡтарова, Фәрит Шәмсетдинов, Фәрҙәт Хөснөтдинов, Әлфиә Фәхретдинова, Светлана Ҡаһарманова, пионервожатый Римма Шәмсетдинова.
Ауыл мәктәбендә белем алған һәм республиканан ситтә лә билдәлелек яулаған яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Былар - фән докторы, профессор Рауил Һибәт улы Ғатауллин, Академия фәндәре ағзаһы, тарих фәндәре докторы Марсель Нурулла улы Фәрхшатов, фән докторы, профессор, БДАУ проректоры Марс Нурулла улы Фәрхшатов, фән докторы, профессор Вәрис Рәфҡәт улы Туҡтаров, фән кандидаты, доцент Рифат Биктимер улы Шабаев.
Оло быуын ауылдаштарҙан иҡтисад фәндәре кандидаты, профессор, Ленин ордены кавалеры Вилким Мәҡсүтов, юғары категориялы табип-хирург Расфар Тимербулатов, яҙыусы-журналист Мариус Мәҡсүтов, милиция полковнигы, КГБ, МВД, ОБХС хеҙмәткәре, күп миҙалдарға лайыҡ булған Фәрит Хәсәнов, полковник Данияр Мөхәмәтшиндарҙың исемдәре яҡшы билдәле.
Ошо маҡтаулы һәм мөһим һөнәр менән шөғөлләнеүселәр: Рәдис Туҡтаров, Гүзәл Туҡбаева, Гүзәл Ғатауллина, Суфия Батыршина, Зинфар Аҡсурин, Эльмира Туҡтарова, Резеда Туҡтарова, Резеда Хөснөтдинова, Гөлсинә Батыршина, Фәрғәт Батыршин, Әлмира һәм Миләүшә Фәхретдиновалар мәктәптә һәм юғары уҡыу йорттарында алған белемдәрен йәш быуынға теләп өйрәтәләр.
Был Ҡарағош мәктәбендә эшләгән кешеләр тураһында ҙур булмаған белешмә. Әгәр кемдер хәтирәләре менән уртаҡлашырға теләһә, редакцияға хат яҙығыҙ. Ә бөгөн беҙ мәктәпте һәм уның коллективын 100 йыллыҡ юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Юбилейың ҡотло буһын, оло ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ булған белем усағы!
Нәсимә ӘХМӘТОВА. Ҡарағош ауылы. Фото автор тарафынан бирелде.