Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ноябрь 2019, 12:40

Булмышы менән педагог

Мәктәп йылдары. Улар тураһында мин беренсе кластан алып һәр ваҡыт ҙур йылылыҡ менән иҫкә алам.

Беҙҙең класс етәксебеҙ Фәниә Әхмәт ҡыҙы ике йыл уҡытҡандан һуң ниндәйҙер сәбәп менән ҡалаға күсенеп китә. Һәм бер ваҡыт уның урынына беҙҙе икенсе уҡытыусы ҡаршы алды. Ҙур зәңгәр күҙҙәр, яурынға төшөп торған бөҙрә сәстәр, зифа буйлы һәм иҫ киткес яғымлы тауыш. Вәсилә Ғибаҙулла ҡыҙы Лоҡманова, беҙҙең класс етәксебеҙҙең исеме шулай ине, тәүге минуттан уҡ балалар иғтибарын һәм ышанысын үҙенә йәлеп итә алды. Ул һәр ваҡыт изге күңелле булды, бер ваҡытта ла бер кемгә лә тауыш күтәрмәне, беҙ теләп дәрес әҙерләһен, ә иртән мәктәпкә, икенсе әсәйебеҙгә ашыҡһын өсөн теманы оҫта аңлатты һәм ҡыҙыҡһындырҙы.

Ул сығышы менән Тәтер-Арыҫлан ауылынан, колхозсы ғаиләһендә тәрбиәләнә. Мәктәпте тамамлағандан һуң Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә һәм зоотехник дипломы алғас Ғафури районына эшкә китә. Әммә ҡыҙҙың күптәнге хыялы - педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү, һәм шуға күрә, тәүге мөмкинлектән файҙаланып, Вәсилә тыуған районына ҡайта һәм Ҡарағош һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә география һәм биология уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша.

Был һөнәр махсус белем һәм үҙ эшенең оҫтаһы булыуҙы талап итеүҙе аңлап, Бәләбәй педагогия училищеһының ситтән тороп уҡыу бүлегенә инә. Уның өсөн еңел булмаған осорҙа уға күп төрлө бурыстарҙы бер юлы алып барырға тура килә. Ул кейәүгә сыға һәм йәш ғаиләнең балалары тыуа, әлбиттә, сабый иғтибар һәм хәстәрлек талап итә. Әммә Вәсилә Ғибаҙулла ҡыҙына был мәшәҡәттәр бер ҙә ҡыйынлыҡ килтермәй, киреһенсә, тик шатлыҡ ҡына өҫтәй. Ул нимәгә генә тотонһа ла еңел һәм шатланып, ауырлыҡтарға иғтибар итмәй теләп башҡара. Бер юлы изгелеге, тирә-яҡты һәйбәт белеүе, үҙ үрнәгендә уҡыусыларын тәрбиәләп, педагогик оҫталығын арттыра.

1964 йылдың сентябрендә Вәсилә Ғибаҙулла ҡыҙы Стәрлебаш урта мәктәбенә күсә. Тәүҙә унда ул географиянан уҡыта, ә артабан уны башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр һәм беҙҙең 3 «В» класына йыл дауамында уның етәкселеге аҫтында уҡыу бәхете тейҙе. Нәфис, ҡабатланмаҫ яғымлы йылмайыуы менән ул беҙҙе тәртипле булырға өйрәтте, уҡыуға һөйөү уятты. Уның ҡыҙыҡһыныусанлығынан, әсәйҙәргә хас хәстәренән, эскерһеҙлегенән беҙ уҡыуға ҡарата фәһемле ҡыҙыҡһыныу хисе менән яндыҡ, фәндәргә һөйөү менән һуғарылдыҡ.

1974 йылда Лоҡмановтар ғаиләһе Өфө ҡалаһына күсенде, унда ул 30 һанлы мәктәп-интернатта тәрбиәсе сифатында эшләүен дауам итте. Әммә Вәсилә Ғибаҙулла ҡыҙы ҡайҙа ғына һәм кем генә булып эшләмәһен, шул ерҙә һәр ваҡыт йылы һәм уңайлы булды. Бына нимә ул күңел һалған эшеңде табыу һәм үҙеңде балалар тәрбиәләүгә бағышлау.

Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул 1979 йылда Башҡорт АССРның Халыҡ мәғарифы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағымдығы йылда ошо изге күңелле, мөләйем ҡатын беҙҙең аранан китеп барҙы. Әммә уның яҡты иҫтәлеге, осҡон сәсеп торған күҙҙәре, дәрестәрҙе оҫта алып барыуы, һәр ваҡыт беҙҙең рәхмәтле хәтеребеҙҙә һаҡланасаҡ, уның ярҙамында беҙ мәктәпте яратырға өйрәндек. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт Һеҙгә, Вәсилә Ғибаҙулла ҡыҙы! Изге күңелегеҙ ожмах түрендә булһын.

Рәйсә МУСИНА.

Фото Лоҡмановтарҙың ғаилә альбомынан. Һүрәттә: Беҙҙең 3 «В» класы Вәсилә Ғибаҙулла ҡыҙы менән.


Вәсилә Ғибаҙулла ҡыҙының тормош иптәше Рауил Лоҡмановтың уға атап яҙған шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

ҺАҒЫНАМ

Гөрләтеп донъя көткән йылдарҙы,

Күңелле көндәрҙе, серле төндәрҙе һағынам.

Һин булмағас, мин хәҙер фани донъяның

Күңелһеҙ яҡтарын ғына күрәм.

Мәңгелек ҡояш нурҙарылай балҡымай иртәм,

Ҡоштар ҙа һайрамайҙар миңә күптән.

Көндәрем үтәләр һағыштар эсендә,

Ә шатлыҡтар урап йөрөйҙәр мине ситтән.

Алтмыш ике йыл ғүмер иттек бергә.

Хеҙмәт иттек илебеҙгә, халыҡҡа.

Көтөп тор мине ахирәт ҡапҡаһы төбөндә,

Бәлки, икебеҙ ҙә керә алырбыҙ охмахҡа.

Рауил Лоҡманов.
Читайте нас: