Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ноябрь 2019, 12:25

Бик кәрәкле хеҙмәт

Бөгөн Суд приставтары федераль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. Был хеҙмәт бик мөһим - балаларҙы тәрбиәләүгә аҡса юллау, кисектерелгән хеҙмәт хаҡы, барлыҡ дәрәжә бюджеттарҙы үтәтеү, тикшереү, суд ҡарары буйынса балаларҙы һәм хөкөм ҡарарын үтәмәүсе кешеләрҙе эҙләү, шулай уҡ судтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм легаль булмаған мигранттарҙы илдән сығарыу кеүек бурыстарҙы үтәй.

Өлкән суд приставы Урал Әминов етәкселек иткән берҙәм, татыу коллективта 12 кеше эшләй. Әлеге ваҡытта суд приставтары - үтәтеүселәр ҡарамағында 7,5 меңгә яҡын башҡарыу документы иҫәпләнә. Уларҙың 4 меңгә яҡыны буйынса талаптар тулыһынса үтәлеп, 48 млн. һумға яҡыны түләтелгән. Ошо йылдың туғыҙ айында суд приставтарының Стәрлебаш район бүлеге тарафынан дөйөм бюджетҡа 10 млн. 850 мең һум аҡса күсерелгән.

Башҡарыуҙа алименттар түләтеү тураһында 252 эш булып, уларҙың 92һе - тамамланған. 1076нан ашыу бурыслыға Рәсәй Федерацияһынан сығыуға сик ҡуйылған, уларҙың 208е - алимент түләмәүселәр.

Килтерелгән ҡоро һандар артында әлеге хеҙмәт хеҙмәткәрҙәренең, шул иҫәптән икенсе разрядлы өлкән белгес Илүзә Әбдрәшитованың (һүрәттә) көндәлек, ауыр эше ята. Уның хеҙмәт стажы - 20 йыл. Бүлек асылғандан алып эшләй, тип әйтергә мөмкин. Урал Минехажи улы әйтеүенсә, барлыҡ канцелярия, архив, башҡарыу эштәре уға йөкмәтелгән. Ул башҡарыуға ингән һәм үтәлгән документтарҙы теркәй. Көн һайын бурыслыларға 70кә тиклем хат ебәрә. Бер үк ваҡытта бурыслыларҙан алынған аҡсаның иҫәбен алып бара һәм уларҙы талап ителеүселәргә күсерә. Был айына 1, 2 млн. һум.

- Ҡағыҙ эше бик күп, - ти Илүзә Йәүҙәт ҡыҙы. - Бурыслыларға хат ебәреүҙе генә алайыҡ. Эш шулай ҡуйылған, уларҙың һәр ҡайһыһы минең ҡул аша етешәр тапҡыр үтә.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, етәксе билдәләүенсә, ул үҙенә йөкмәтелгән барлыҡ бурыстарҙы яҡшы үтәй. Эшкә намыҫлы ҡарағаны, иғтибарлы, компетентлы, башҡаларға ярҙамға килергә әҙер булғаны өсөн хеҙмәттәштәре араһында ихтирам менән файҙалана. Намыҫлы хеҙмәте өсөн И.Әбдрәшитова күп кенә Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Һуңғылары һәм иң әһәмиәтлеләре араһында - 2018 йылғы эш йомғаҡтары буйынса хеҙмәт эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәргә ирешкәне өсөн Рәсәй Федерацияһы суд приставтары федераль хеҙмәтенең Рәхмәт хаты. Шулай уҡ ул Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашып, 2002 йылда Рәсәй миҙалы менән бүләкләнгән.

Илүзә Йәүҙәт ҡыҙы бәхетле әсәй һәм өләсәй ҙә. Уның игеҙәк балалары Альбина һәм Альберт үҫеп еткәндәр. Ҡыҙы ғаиләһе менән Уренгойҙа йәшәй. Улы вахта ысулы менән Төньяҡта эшләй.

... Уларҙың эшен рәхмәтле тип әйтеп булмай. Әлеге хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре ике ут араһында тора. Бер яҡтан бурыслылар, икенсе яҡтан - талап итеүселәр. Әммә, закон көсө - үтәтеүҙә. Һәм улар үҙҙәренең бурыстарын ғәҙел, намыҫлы, яуаплы башҡара. Хеҙмәттәре бик кәрәкле, шуға күрә уларға еңел булмаған эштәрендә сәләмәтлек һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.


Читайте нас: