Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ноябрь 2019, 12:32

Ауыл хужалығы: эштәр һәм һөҙөмтәләр

Агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәре өсөн сираттағы ауыл хужалығы йылы тамамланып килә. Хәҙерҙән үк башҡарылған эшкә баһа бирергә, һөҙөмтәләрҙе сағыштырырға, һығымталар яһарға мөмкин. 2019 йыл аграрийҙар, һуңғы гектар сәселмәйенсә йәки урылмайынса ял тураһында ла онотоп иртәнән кискә тиклем баҫыуҙа эшләгән хеҙмәтсәндәр өсөн ниндәй булды? Төрлө бурыстар һәм проблемаларҙы хәл итеү юлдарын тапҡан эре һәм фермерлыҡ хужалыҡтары етәкселәре өсөн ул ниндәй булып иҫтә ҡалды? Билдәләп үтергә кәрәк, ниндәй ҙә тармаҡта күп нимә яуаплы кешеләргә бәйле. Район хакимиәтенең АПК бүлеге белгестәре Р.М.Туҡбаев, Н.Б.Ибраһимов, Н.З.Йосопов, һис шикһеҙ, һәйбәт баһаға лайыҡ, улар һәр ҡайһыһы үҙ өлөшө буйынса хужалыҡтарҙа эште контролдә тотоуҙан тыш, теге йәки был мәсьәләләр буйынса консультация ярҙамы ла күрһәтә.Район хакимиәте башлығының агросәнәғәт комплексы буйынса урынбаҫары Ф.В.Исмәғилев һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында ҡайнай һәм аграрийҙар менән тығыҙ эш итә. Уны кабинетында осратыу бик ауыр, айырыуса яҙғы баҫыу йәки урып-йыйыу осоронда. Көн һайын ул хужалыҡтарға барып, эш барышы менән ҡыҙыҡһына, эш торошо менән таныша. Баҫыу һәм ферма хеҙмәтсәндәре менән осраша, ауыл халҡы менән аралаша. Беҙ Фәрит Вәкил улын районыбыҙҙағы ауыл хужалығында эштәр торошо тураһында һөйләүен, пландары менән уртаҡлашыуын үтендек.

- Фәрит Вәкил улы, һүҙ башында райондың агросәнәғәт комплексы тураһында һөйләп үтегеҙ әле.

- Был тармаҡҡа беҙҙә айырыуса иғтибар бирелә. Уның нисек үҫешеүенә күп нимә - райондың иҡтисады, халыҡтың именлеге, уның мәшғүллеге бәйле. Әлеге ваҡытта райондың агросәнәғәт комплексында 13 эре ауыл хужалығы кооперативы, 101 крәҫтиән-фермер хужалығы бар. Ағымдағы йылда ике кооператив: береһе - грануллы ҡатнаш аҙыҡ етештереү (был эш менән фермер Рөстәм Әхмәтов шөғөлләнәсәк), икенсеһе - йәшелсәләрҙе консерваларҙа етештереү (ШЭ Л.Т.Мөхәмәтйәрова) буйынса булдырылды. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн улар дәүләттән 4 млн. 954 мең һум дөйөм суммаға Гранттар алды. Һуңғы йылдарҙа ил һәм республика етәкселеге аграрийҙарға һиҙелерлек ярҙам күрһәтә. Ағымдағы йылда райондың эре һәм ваҡ хужалыҡтары 43 млн. 516 мең һум суммаға матди ярҙам алды. Бында химизация сараларын, ауыл хужалығы техникаһын, элиталы орлоҡтар һ.б. һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплатыу инә. Республика бюджетынан алынған Гранттар өс кешегә фермерлыҡ менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирҙе. Алек Сәләхов, Илнур Дәүләтшин, Илдус Кинйәбаев ҙур юлдың башында торалар.

- Райондың үҫемлекселек тармағында хәл-торош ниндәй?

- Һуңғы йылдарҙа ошо тармаҡта әһәмиәтле үҙгәрештәр күҙәтелә, һәм, билдәләп үтергә кәрәк, яҡшы яҡҡа. Хужалыҡтарҙа агротехник талаптарға ҙур иғтибар бирә башланылар, был, һис шикһеҙ, күрһәткестәрҙә сағыла. Органик һәм минераль ашламалар, микроашламалар һәм сүптәргә ҡаршы химик саралар (гербицидтар) ҡулланыу ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Баҫыуҙарға ашламалар бөтөнләй индерелмәгән саҡтар булды, хәҙер был планда хәл яҡшырҙы. Уҙған йылда 1500 тонна минераль ашламалар, ағымдағы миҙгелдә 300 тоннаға күберәк һатып алынды һәм индерелде. Был йәһәттән Ленин исемендәге хужалыҡ, «Заря» йәмғиәте, «Урожай», «Центральная» МТСы, Матросов исемендәге хужалыҡтың, шулай уҡ ҡайһы бер фермер хужалыҡтарының һәйбәт эшен билдәләп үтергә мөмкин. Гәрсис, соя, етен, ужым шипкәне, рапс кеүек юғары килемле культураларҙы эшкәртеүгә ҙур иғтибар бүленә. Фермерҙар Вадим Кинйәбуҙов, Алик Бикташев һ.б. ошо культураларҙың иҡтисади килемен күреп өлгөргән. Ағымдағы йылда «Заря» йәмғиәте 76 гектарҙа тәүге тапҡыр соя үҫтерҙе. Хужалыҡтың пландарында - киләһе йылда сәсеүлек майҙанын арттырыу. Вадим Кинйәбаевтың да шундай уҡ ниәттәре, ул соя баҫыуын 200 гектарға тиклем ҙурайтырға уйлай.

Сәсеү майҙандары ағымдағы йылда 72,6 мең гектар тәшкил итте. Алдан яһалған йомғаҡ буйынса, ашлыҡтың тулайым йыйымы - гектарынан 17,7 центнер уртаса уңдырышлылыҡ менән 68 мең тонна (2018 йылда 60,1 тонна йыйылған, уңыш гектарынан 16,0 центнер тәшкил иткән). Һис шикһеҙ, ошо һандар артында механизаторҙар, комбайнсылар, бригадирҙар, агрономдарҙың ғәйәт ҙур хеҙмәте тора.

- Малсылыҡ продукцияһын етештереү һәм тормошҡа ашырыу күрһәткестәре уҙған йыл кимәлендәме йәки юғарымы? Киләһе йылда продукцияны арттырыу планлаштырыламы? Һәм бының өсөн нимә эшләнә?

- Район буйынса бер баш һыйырҙан уртаса һауым 4271 кг тәшкил итә. Эре малдың продуктив сифаттарын арттырыу буйынса әүҙем эш алып барыла, йәғни көтөүлек һөт тоҡомло малдар менән тулыландырыла. Мәҫәлән, «Урожай» йәмғиәте 5 млн. 300 мең һум суммаға 40 баш тоҡомло тана һатып алды. «Күндерәк» хужалығына һөтлө 45 баш тоҡомло тана 4,5 млн. һумға төшкән. «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәте тарафынан 50гә яҡын тана һатып алынған, Ленин исемендәге хужалыҡҡа Саҡмағош районынан 33 баш тана ҡайтарылған. «Арыҫлан» йәмғиәте базаһында булдырылған «Родники» йәмғиәте һөт йүнәлеше буйынса эре мал үрсетергә ниәтләй.

Стәрлебаш ауылында ете йыл эшләмәй торғандан һуң инкубатор эшләй башланы. Был предприятие инкубация һәм себештәр сығарыу, шулай уҡ уларҙы үҫтереү менән шөғөлләнә. Йыл һайын предприятие 100 меңдән ашыу төрлө себеш, тере ауырлыҡта 300 меңдән ашыу центнер ҡош-ҡорт ите һата.

Һуңғы бер нисә йылда ике һыйыр аҙбары төҙөлдө (береһе Баҡыйҙа, икенсеһе - Һарайҫала). Уларҙың дөйөм хаҡы - 30 млн. һумдан ашыу.

- Оптималь срокта сәсеү һәм урып-йыйыу эштәрен башҡарыу өсөн аграрийҙарға техника етәме?

- Барлыҡ кәрәкле техника бар, әммә ул яңыртыуҙы талап итә. Хужалыҡтар йылдан-йыл ошоноң өҫтөндә эшләй. Бөтә әйберҙең ҡиммәт булыуына ҡарамаҫтан, эре, шулай уҡ ваҡ ауыл хужалығы предприятиелары машина-трактор паркын яңы ҡеүәтле техника һәм тағылмалы инвентарь менән даими тулыландыра, сөнки дәүләт уны һатып алғанда сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплата. Һуңғы өс йылда ғына 14 берәмек яңы трактор (шуларҙың яртыһының күбеһе быйыл), 15 ашлыҡ йыйыу һәм дүрт мал аҙығы йыйыу комбайны, ике үҙйөрөшлө сапҡыс һәм 9 сәсеү комплексы һатып алынды.

- Беҙҙең аграрийҙар ауыл хужалығы продукцияһын етештерә һәм был эште һәйбәт башҡара. Дәүләт уларға ярҙам күрһәтә һәм был бик яҡшы. Әммә ваҡыты-ваҡыты менән урында, район кимәлендә хәл ителерлек мәсьәләләр барлыҡҡа килә.

- Әлбиттә, район етәкселеге эшләргә теләге булғандарҙың барыһына ла ярҙам итергә тырыша. Был һәр ваҡыт шулай булды. Бына әле лә, район хакимәте башлығы Р.К.Рахманғолов уға ышанып тапшырылған муниципалитет менән танышыуын район иҡтисадының төп үҫеше, ауыл халҡының тормош сифатын яҡшыртыу сығанағы булған тап агросәнәғәт комплексынан башланы.

- Үҙ эше өсөн янып-көйгән етештереү алдынғылары, үҙ эшенең оҫталары булған етәкселәрҙе атап үтмәһәгеҙ беҙҙең Һеҙҙең менән һөйләшеүебеҙ тулы булмаҫ, тип уйлайым.

- Ауыл хужалығында эшләүсе кешеләрҙең барыһы ла ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар еңел булмаған шарттарҙа эшләүҙән тыш, хеҙмәт хаҡы ла күп түгел. Шуға ҡарамаҫтан, күптәр агросәнәғәт комплексына бер нисә тиҫтә йыл ғүмерен бағышлап, юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Улар иҫәбендә: механизаторҙар һәм комбайнсылар Фаил Арыҫланов, Александр Триханов, Фәнзил Ишембәтов, Ришат Сәйфетдинов, Ришат Йәминов, Кәрим Дәүләтбаев, Сәмерхан Иҫәнбәтов, Анатолий Тимофеев, машина менән һыйыр һауыу операторҙары Эльвира Хәйбуллина, Рәсимә Дәүләтбаева, Любовь Финогеева, Алиса Шакирова, Эльмира Кинйәбулатова, Надежда Егорова. «Урожай» йәмиғиәте етәксеһе, көс-ғәйрәтле һәм йәш Илдар Ғәскәровты, аграр системаһында тәжрибәле Ғафур Ҡорбанғәлиевты («Заря» йәмғиәте), Ленин исемендәге хужалыҡ етәксеһе, маҡсатҡа ынтылыусан Юрис Синәғоловты, «Күндерәк» хужалығы учредителе, уны алдынғы позицияларға сығарған, киләсәктә күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән бихисап пландары булған Дато Кардаваны, белемле һәм яҡшы хужа Радик Яуышевты, тәүәккәл, бер йылдан ашыу Матросов исемендәге хужалыҡҡа етәкселек иткән һәм шул ваҡытта бик күп ыңғай үҙгәрештәр яһаған Илвер Хәлитовты билдәләп үтке килә. Уларҙың белеме, тәжрибәһе һәм фиҙаҡәр хеҙмәте барлыҡ ҡуйылған бурыстарҙы хәл итергә ярҙам итер тип ышанам.

- Фәрит Вәкил улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә лә уңыштар һәм пландарығыҙ, идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләйбеҙ!


Читайте нас: