Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ноябрь 2019, 12:29

Һатыу өсөн ит: өйҙән кәштәгә тиклем

Шәхси ярҙамсы хужалыҡ күпселек район халҡы өсөн берҙән-бер килем сығанағы булып тора. Улар өсөн ауыл хеҙмәте - һөнәр кеүек. Улар йәшелсә-емеш үҫтерә, мал-тыуар аҫрай, иртә яҙҙан бәпкә-себештәр һатып ала. Йорттарында һатыу өсөн ит етештереүселәр ҙә аҙ түгел. Әйтергә кәрәк, бюрократик ҡаршылыҡтар арҡаһында ит эшенән баш тартыусылар ҙа бар.

Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына һәм Таможня союзына ингәндән һуң, ҡайһы бер ҡағиҙәләр үҙгәрҙе, һәм, атап әйткәндә, итте һатыуға бәйле яңы закондар үҙ көсөнә инде. Элек баҙарҙа ит һатыр өсөн ветеринарҙың малды ҡарауы, ауыл советынан ит урланмаған, ә мал үҙеңдең йортоңда аҫралған булыуын дәлилләүсе белешмә ла етә ине. Малды йортта уҡ һуйып, уны өлөштәргә бүлеп, баҙарға һатыуға алып баралар ине. Итте ветеринар белгес тикшереп, келәймә ҡуйғандан һуң, ауыл кешеһе уны һата ала ине. Хәҙер иһә процедура бер аҙ башҡаса. Беренсенән, закон буйынса үҙ йортонда һуйылған мал итен берәү ҙә һата алмай. Икенсенән, һәр кем ошо продукцияның үткән юлын тикшерә алһын өсөн бөтә мәғлүмәт «Меркурий» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына индерелергә тейеш. Был, әлбиттә, һәйбәт, яңы талаптар кәштәләргә иҫке продукция эләгеүенән ҡотолдора, әммә, икенсе яҡлап, ауыл кешеһенә ҡайһы бер мәшәҡәттәр тыуҙыра.

Элекке кеүек үк, малды һуйыр алдынан, тәү сиратта, участка ветеринары килеп, малды ҡарап, 4 һанлы ветеринар белешмә бирергә тейеш. Шулай уҡ ауыл советынан белешмә алырға онотмағыҙ. Артабан малды һуйыу цехына алып баралар (ул район үҙәге эргәһендә урынлашҡан), артабан REGAGRO махсус программаһында (автоматлаштырылған малдарҙы иҫәпләү, теркәү һәм идентификациялау системаһы) мал исемлеккә индерелә. Уны һуйғандан һуң, малдың түшкәһен махсус һыуытҡысҡа 12-18 сәғәткә ҡуйып торалар - был мотлаҡ процедура, «иттең өлгөрөүе» тип атала, йәғни, ит һатыу урындарына яңы һуйылған килеш түгел, ә һыуытылған килеш барып етә. Әммә бынан алда, уны белгес тикшерә. Балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, шулай уҡ кафе һәм ресторандар өсөн тәғәйенләнгән продукцияны район ветстанцияһы ҡарамағындағы лабораторияла тишерәләр. Ул ентекле контроль үтә. Ветеринар - оҙатып йөрөүсе документтарҙы «Меркурий» системаһы аша тултыралар. Райветстанцияның әйҙәүсе ветеринар табибы Рита Мөхәмәтйәрова әйтеүенсә, бында ла үҙ нескәлектәре бар. Мәҫәлән, программа иртәнге 9ҙан киске 5кә тиклем генә эшләй, тимәк, иртәнге сәғәт 8ҙә йәки, мәҫәлән, киске етенсе яртыла унда мәғлүмәт индереп, һәм ветеринар таныҡлыҡ алып булмай. Шуға күрә кәрәкле документтар алыу менән проблемалар булмаһын өсөн, унда алданыраҡ мөрәжәғәт итергә кәрәк. Көҙ етеү, ҡалаларҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре әүҙем башланыу менән мөрәжәғәттәр һаны арта. Ауыл халҡы унда ит тә, бал да, һөт тә алып барып һата. Һис шикһеҙ, бөтә продукция тейешле документтар менән оҙатылып барырға тейеш. Әйткәндәй, таныҡлыҡ бер тапҡыр ғына ҡулланыуға бирелә.

Юғарыла атап үткән ҡағиҙәләрҙе үтәү, ауыл кешеһенә баҙарҙарҙа һәм йәрминкәләрҙә үҙ продукцияһын һатыу мөмкинлеге бирә.

Фаягөл ЙОСОПОВА.
Читайте нас: