Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ноябрь 2019, 12:43

Аҡса һанарға өйрәнәбеҙ

Ҡайһы берәүҙәр эш хаҡы ҙур булһа ла әллә ни мандый алмай, ә кемдекелер бик маҡтанырлыҡ түгел, әммә тормошо етеш. Тимәк, аҡсаны табыуҙан бигерәк тота белеү мөһим. “Башинформ” агентлығында уҙғарылған матбуғат конференцияһы ошо проблемаға арналды.

Ул Рәсәйҙә үткәрелгән Һаҡлам аҙна­лығына тура килтереп үт­кәрелде. Аҙна­лыҡ “Торатау” конгресс-холында “Финанс ғаилә” фес­тивале менән башланып китте. Сараны республиканың Финанс министрлығы, Финанс грамо­та­лылығы милли үҙәге һәм Баш­ҡорт­остан Мәға­рифты үҫтереү инс­титуты ойошторҙо.


– Фестиваль беҙ көткән­дән дә яҡшыраҡ кимәлдә уҙҙы, хатта ситтән килгән ҡу­наҡтар ҙа һоҡ­ланыуын йә­шер­мәне. “Мәскәүҙә лә улай шәп үтмәгәйне”, тиҙәр. Финанс грамоталылығына өйрә­нергә теләгәндәр ара­һында балалар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә күп ине, һәм был ҡыуа­ныслы хәл. Тимәк, халыҡтың аҡсаны нисек тә оҫтараҡ тотоноу йәки һаҡларға һалырға өйрәнеү теләге ҙур, – тине Республика методика үҙәге етәксеһе Елена Ситдиҡова.


Фестивалдә әүҙем ҡат­наш­ҡандарға “фестик”тар таратылды, был уларға махсус кибеттә төрлө продукция алыу мөмкинлеге бирәсәк. Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова әйтеүенсә, республикала ха­лыҡтың финанс грамо­та­лылығы йылдан-йыл күтәрелә бара.


– Аҡса һаҡламдары туп­лауҙы башлау өсөн мотлаҡ ҙур эш хаҡы йәки башҡа килем талап ителмәй, – ти министр. – Хатта балалар ҙа ата-әсәһе даими бирә барған аҡсаның бер өлөшөн йыя барырға һәләтле һәм быға миҫалдар күп.


Әйткәндәй, Баш­ҡортос­тандың финанс органдары барлыҡҡа килеүенә ошо көн­дәрҙә 100 йыл тулды. Мат­буғат конфе­ренция­һында ҡатнашыусылар әйте­үенсә, республикала халыҡ­тың финанс грамота­лы­лы­ғын күтәреү буйынса эш ун йыл инде әүҙем алып барыла.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: