Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Октябрь 2019, 11:00

Лотореяға 1,5 миллион һум отҡан

Башҡортостантан Сергей Казаков лотореяға 1,5 миллион һумлыҡ фатир отҡан. "Столото" сайтында билет һатып алғанда, бер ниндәй тактика ҡулланмай. Ҙур отош тураһында телефонына СМС-хәбәр килгәс кенә белә.

Әлбиттә, бик шатмын! Күптән Мәскәүгә күсергә ниәтләп йөрөй инем, тик фатир һатып алырға аҡса юҡ ине. Баш ҡалала мине кәләшем көтә. Беҙ уның менән ике йыл элек танышҡайныҡ. Хәҙер беҙ лотореяға отҡан аҡса ярҙамында бергә йәшәй аласаҡбыҙ, ти Сергей


Сергей Казаков призды аҡсалата алып, үҙенә оҡшаған фатирҙы һатып алмаҡсы. Егет механик булып эшләй. Буш ваҡыттарында велотуризм менән шөғөлләнә, сәйәхәт итергә ярата.

"Башинформ"
Читайте нас: