Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Октябрь 2019, 11:20

ХӘЛӘЛ РИЗЫҠ ФАЗИЛӘТЕ

Аллаһы Тәғәлә Ер йөҙөндә йәшәгән барлыҡ йән эйәһенә лә киң ризыҡ биргән. Уны берәүҙәр – хәләл, икенселәр хәрәм юл менән таба, күптәр ауыҙына нимә ҡапҡаны хаҡында бик уйланмай ҙа. Ә беҙ туҡланған ризыҡтың хәләл булыуы бик мөһим, сөнки ул кешенең рухи һәм физик торошона, холҡона, тәртибенә, балаларына, яҙмышына, киләсәк нәҫеленә тәьҫир итә. Барлыҡ ағзаларың таҙа-һау, күңелең, йөрәгең саф, ә эшләгән ғәмәлдәрең изге, гонаһһыҙ булһын тиһәң, хәләл ризыҡ менән генә туҡланыу зарур. Беҙ нимә ашайбыҙ, тәнебеҙ шунан тора.

Аллаһы Тәғәлә Ер йөҙөндә йәшәгән барлыҡ йән эйәһенә лә киң ризыҡ биргән. Уны берәүҙәр – хәләл, икенселәр хәрәм юл менән таба, күптәр ауыҙына нимә ҡапҡаны хаҡында бик уйланмай ҙа. Ә беҙ туҡланған ризыҡтың хәләл булыуы бик мөһим, сөнки ул кешенең рухи һәм физик торошона, холҡона, тәртибенә, балаларына, яҙмышына, киләсәк нәҫеленә тәьҫир итә. Барлыҡ ағзаларың таҙа-һау, күңелең, йөрәгең саф, ә эшләгән ғәмәлдәрең изге, гонаһһыҙ булһын тиһәң, хәләл ризыҡ менән генә туҡланыу зарур. Беҙ нимә ашайбыҙ, тәнебеҙ шунан тора.
Ҡайһы берәүҙәр сусҡа итен һәм араҡы, шарап, һыраны ғына хәрәм икән, тип уйлай. Әммә, талап, урлап килтерелгән, риба аҡсаһына алынған, алдыҡ менән үҙләштерелгән ризыҡ, йәки бисмиллаһыҙ, Аллаһы Тәғәләбеҙҙең исеме телгә алмай һуйылған, йәки үлгән мал ите ашау ҙа, йә хужаһының рөхсәтен һорамай баҡсаһынан емеш ҡабыу ҙа – хәрәм.
Шулай уҡ, башҡаларҙың өлөшөн, етемдәргә тип тәғәйенләнгән аҙыҡты ашау гонаһ. «Ән-Ниса» сүрәһендә: «Етемдәрҙең малдарын ғәҙелһеҙлек менән ашаусылар – үҙҙәренең ҡорһаҡтарына ут ашаусылар, улар тамуҡта яныр!» (4:10) тиелгән. «Таһа» сүрәһендә иһә: «Беҙ ризыҡландырған нәмәләрҙең яҡшыларын ашағыҙ, бында сиктән сыҡмағыҙ, юҡһа Минең асыуым тотор, ә Минең асыуым тотҡан кеше һәләк булған инде» (20: 81), тип киҫәтелә.
Хәләл менән туҡланыу – доға һәм ғибәҙәттең ҡабул булыуына сәбәпсе, ә хәрәм ризыҡ, киреһенсә, ҡамасаулай. Әгәр ҙә өҫтөңә кейгәнең, эскәнең-ашағаның хәрәм, ҡылған ғәмәлдәрең гонаһлы икән, доғаларың нисек ҡабул булһын инде? Хәрәм ашау – кешене ғафил, битарафҡа илтә, күңелен ҡарайта, тәнен, йөрәген ауырыуға һабыштыра, уны үкенеү, тәүбәгә килеүҙән йыраҡлата. Йөрәк һау булмаһа, барлыҡ ағзалар ҙа ауырыуға әйләнә. Науауи: «Йөрәктең сәләмәтлеге уның нәфрәт, уҫаллыҡ, хөсөтлөк, һаранлыҡ, тәкәбберлек, башҡаларҙан көлөү, рыяға ынтылыу, шөһрәт яулауҙы теләү, хәйләкәрлек, ҡомһоҙлоҡ, тәҡдирҙән ҡәнәғәт булмау кеүек сифаттарҙан ҡотолоуы менән генә тормошҡа аша», – тип әйткән.
Хәрәм ашағандың йөрәге ғәмһеҙгә әйләнеү сәбәпле, ғибәҙәт ҡылырға ялҡауы килә башлай, гонаһ ҡылыуҙан оялмай, ҡурҡмай, шунан әкренләп боҙоҡлоҡҡа инеп, диндән дә алыҫлаша.
Ризыҡ – ғәмәлдең орлоғо. Ул хәләл булһа, ғәмәл хәләл була, хәрәм булһа, ғәмәл дә шикле була. Әгәр ҙә ризыҡ хәләлме-юҡмы тип шикләндерә икән, уға ҡағылмау хәйерле. Шикленән баш тартыу – тәҡүәлек билгеһе. Мәғлүм булыуынса, Әбүбәкер радыйаллаһу ғәнһү ниндәйҙер шикле әйбер ашаған, белгәс, уны ҡоҫоп кире сығарған. Сөнки Табарани килтергән хәҙистә: «Хәрәмдә үҫкән кеше йәннәткә кермәйәсәк, тыйылғанды ашап үҫкән ит утта янырға лайыҡ», – тиелә. Шуға ла ашаған ризыҡҡа, уның хәләлме-хәрәмме икәнлегенә иғтибарлы булыу кәрәк.
Ғөмүмән, өйҙә бешеренгәндә һәр ваҡыт күтәренке кәйеф менән, күп тапҡыр «салауат» уҡып, аш-һыуҙы бәрәкәтләндереп тороу кәрәк. Ашарға ултырғас та, ризыҡты «бисмиллаһ» әйтеп ашап, туйғас Аллаһҡа шөкөр ҡылыу лазым. Хәләл ризыҡ менән туҡланған ҡатындан хәләл һөт имеп үҫкән балалар ҙа, әлбиттә, иманлы буласаҡ.
«Әл-Баҡара» сүрәһендә: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Беҙ ризыҡ итеп биргән нәмәләрҙең яҡшыларын ашағыҙ, әгәр Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыла торған булһағыҙ, Уға шөкөр итегеҙ!» (2:172) тиелгән.
Читайте нас: