Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Октябрь 2019, 11:32

БЕСӘЙҘЕҢ НИ ҒӘЙЕБЕ ЛӘ, ТАНАУ ҠЫСЫУҘЫҢ НИ СӘБӘБЕ

Ҡыҙыҡ был донъя. Көндәлек тормошобоҙҙа яҙылмаған закон-ҡағиҙәләр туп-тулы. Бер көндө шулай магазинда бүләк һайлап йөрөйөм дә, танышым осраны, бер үк сәғәт алып ҡуйма, ярамай, тине, йәнәһе лә кеше ғүмеренең һуңғы сәғәттәрен һанай. Быға тиклем дә ишеткәйнем был турала, әммә ул тиклем иғтибар бирмәгәйнем, ә кешеләрҙең аҡылына ныҡлап һеңгән икән был фекер. Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, барыбыҙҙы ла ярай-ярамайға бәйле әллә күпме ырым-юрауҙар уратып алған.

Бәләкәй саҡтан һәр беребеҙ “усыңа эйәгеңде һалып ултырма, ярамай, таҫтамалға бергә һөртөнмәгеҙ, ярамай, кисен аҡса бирергә ярамай, өйҙән ҡунаҡ сығып киткәс, иҙән һеперергә, өй йыйыштырырға ярамай” кеүек әллә күпме ярамайға бәйле тыйыуҙарҙы ишетеп үҫтек. Уйлап ҡараһаң, ҡайһылай күп ул ярамайҙар. Ә уларҙың ҡайһы берҙәре үҙенә бер күрһәтмә булып башҡа һеңә һәм һин уға автоматик рәүештә ошо ырымдарға, юрауҙарға ышана башлайһың. Мәҫәлән, һәр кемгә өйөнән сығып киткәс, нимәлер онотоп, кире ҡайтырға, инергә тура килгәндер. Ә ярамай, тиҙәр. Юлың хәйерле булмаясаҡ, имеш. Ә мин бәлки үтегемде һүндермәй онотоп ҡалдырғанмындыр, шунан янғын сыҡһынмы ни? Кире ингән хәлдә лә, берәүҙәр һыу эсеп сығырға, икенселәр мотлаҡ көҙгөгә ҡарарға кәрәк, ти. Был ырым дөрөҫтөрмө-юҡмы, әммә шулай өйрәнелгән, көҙгөгә ҡарап сыҡҡан булам. Ҡайһы берәүҙәр юлдарында ҡара бесәйҙе осратыуҙан уттан ҡурҡҡандай өркә. Бахырҡай хайуандың ҡара булып тыуыуында ни ғәйебе барҙыр инде. Әллә, осраһа, осрай инде, нишләтәһең, уның бер зыяны ла юҡ, миңә ҡалһа. Ғәҙәттә, әбей-бабайҙар сүп-сарҙы биҙрә менән сығарып түгә һәм, әлбиттә, улар бушы менән кешеләрҙең юлына осрай. Ә беҙ инде эстән, йөрөр инде буш биҙрәһе менән, тип әрләп киткән булабыҙ. Шунан, кеше юлына буш биҙрә менән сыҡмайым тип, көндәр буйына ҡыйын өйҙә һаҡлап ултыра алмаҫ бит инде улар.

Ярамайҙан тыш, кәйефте күтәреүсе , яҡшы хәбәр һм ваҡиғаларға өмөт уятыусы ырымдар ҙа етерлек. Танау ҡысыһа - күстәнәскә, һул ус ҡысыһа - аҡсаға, уңы ҡысыһа - күрешеүгә, табан ҡысыһа - яңы аяҡ кейеменә, тигән булалар. Ә, бәлки, йыуынып алырға кәрәктер, ә?.. Иҙәнгә бысаҡ, сәнске, ҡалаҡ-фәлән төшһә, ҡунаҡ килеүгә юрайбыҙ. Беҙ уларҙы яңғылыш төшөрөп ебәргәнгә, кем ғәйепле һуң? Хатта бәпестәр алдыңа “эшен башҡарһа ла”, йә уның туйында йөрөрһөң, йә үҙең бәпәй көтөрһөң, тиҙәр. Бәпәй-бәпәй инде, ни эшләтәһең... Ә инде халыҡ аҡсаға бәйле юрауҙарҙың ниндәйен генә ҡулланмай. Өйгә аҡса керһен өсөн, һеперткенең тотҡаһын түгел, һеперә торған өлөшө өҫкә ҡаратып ҡуя, йорттарының һәр мөйөшөнә, ишек төбөндәге келәм аҫтына тимер тәңкә һалып сыға, янсығына ҡыҙыл бау һалып йөрөтә. Ошо йолаларҙы үтәп кенә кеҫәң ҡалынайып китһә икән ул. Хеҙмәт хаҡын ниндәй, аҡсаң да шундай инде, күктән аҡса килеп төшөрөнә өмөт итеү түгелме икән был? Ә инде аҡсаң менән риза булмаһаң, тот та килемлерәк ергә күс.

Бына шулай, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, кәрәкле лә, кәрәкһеҙ ҙә ырым-юрауҙар, уйҙырмалар, ышаныуҙар менән донъя туп-тулы. Уларға ышаныу-ышанмау һәр кемдең үҙенең эше, тик ул саманан тышҡа әйләнеп, мәғәнәһеҙлеккә әйләнеп китмәһен. Ә һеҙ, гәзит уҡыусыларыбыҙ, ырымдарға, юрауҙарға ышанаһығыҙмы?
Читайте нас: