Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Октябрь 2019, 14:41

Әгәр шунда осраҡлы үткенсе килеп сыҡмаһа?..

Ҡалтасы районында мажаралы фильмдарҙағы күренештәрҙән бер ҙә кәм булмаған аяныслы хәл теркәлгән.

Бер водитель урындағы дауаханала дежурҙа булған. Төнгә ҡарай шәхси автомобилен дауахана биләмәһендәге гаражға индереп торорға ниәтләгән. Машинаһына барһа, унда ят ир ултыра, имеш. Хужаһын ғына көткәндәй, теге бысаҡ сығарған да машина асҡыстарын талап итә башлаған. Хужаның ҡото осҡан, ул ҡаса башлаған, тик ҡараңғыла абынып йығылған. Ул арала талаусы ла ҡыуып еткән һәм һаман да асҡыс таптырыуын дауам иткән.


Был ҡурҡыныс ваҡиға нимә менән бөтөрөн күҙаллауы ла ҡурҡыныс булыр ине, мәгәр, водителдең бәхетенән бер ир сирләп киткән ҡатынын дауаханаға укол яһатырға килтергән. Ул дауахана биләмәһендәге хәлде тиҙ генә аңлап алған һәм үҙ машинаһынан монтировка алып, енәйәтсене ҡурҡытҡан, ул ғына түгел, тотоп алып, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре килгәнсе көтөп торған.


Асыҡланыуынса, енәйәтсе 26 йәшлек Краснохолмск ауылы кешеһе булып сыҡҡан, ул быға тиклем дә хөкөм ителгән. Уға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: