Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Октябрь 2019, 13:14

“ЙӘНЕМ” ТИП КЕНӘ ӘЙТКӘЙНЕМ

“Йәнем” тип кенә әйткәйнем Уңайһыҙ булһа ла, яҙайым әле. Барыһы ла “Һаҡмар” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндәге төнгө һөйләшеүҙән башланды. Унда һеҙ: “Яратҡан кешегеҙгә кем тип өндәшәһегеҙ?” – тип яҙған инегеҙ. Ҡатын-ҡыҙ халҡы береһенән-береһе матур һүҙҙәрен теҙә лә башланы. Мин уларҙы уҡып, уйланып, унан ҡайғырып киттем. Нисәмә йыл йәшәйбеҙ ирем менән (25 йылдан ашып киткән икән!), ә бер ҙә уға ундай һүҙҙәр әйткәнем юҡ. Күңелем килгәндә ауыҙҙы тултырып исеме менән өндәшәм, “һуғып” ҡайтһа, ыҫылдап әйтәм, йәнем көйһә, “Эй, һин” тием. Йәлләп китәм бабайымды. Насар кеше түгел ул. Мин уны яратам, ул да мине яраталыр. Тик был хаҡта икебеҙ ҙә ләм-мим.

“Һаҡмар”ҙың төнгө һөйләшеүен уҡып бөтөп, йоҡо бүлмәһенә инеп яттым. Быным мыш та мыш килеп йоҡлай. Күңелдәрем иреп китте! Ҡосағына сумдым да, баяғы һөйләшеүҙәге иң оҡшаған һүҙҙе яңғыраттым. “Йәнем!” Ирем ырғып килеп ултырҙы ла, мине ситкә этеп ебәрҙе. “Ниндәй Йәмил?! Һин мине кем менән бутап ятаһың?!” Бер ҡасан да ҡыҙғанмаған иремдән бындай ҡыланышты көтмәгәс, тәүҙә аптырап ҡалдым. Унан туҡтай алмай шарҡылдап көлә башланым. Эштең нимәлә булғанын саҡ аңлаттым. Ирем: “Һе, йәнем, имеш. Ғүмер буйы исем менән өндәшкәс, шулай тип әйт тә ҡуй. Ултырма бында шарылдап, ят, йоҡла”, – тип әйләнеп ятып йоҡлап та китте.

Ә мин оҙаҡ уйланып яттым. Унан иптәшем йәнемде көйҙөргән саҡта “йәнем” тип әйтергә булдым. Әйҙә, ниндәйҙер Йәмилде уйлап йөрөй тип ҡайғырһын.

Мәфрүзә.


Ҡасан өйләнештек?


Иптәшем менән өйләнешкән көндө мотлаҡ билдәләйбеҙ. Балалар ҙа кескәй саҡтан быға күнегеп үҫте. Үҙенә күрә был ғаилә йолаһы инде. Йыл һайын 22 октябрҙә өҫтәл тултырып һый әҙерләп рәхәтләнеп һыйланабыҙ. Бер көн иптәшемдең никах ҡағыҙын тотоп ҡатып ултырғанын күрҙем. Унан бөтөнләй йығылып ятып көлә башланы. Нимә булғанын аңламайым. Һорайым, өндәшә лә алмай. Миңә һона ҡағыҙҙы. Барыбер аңламайым. Сере ябай булған: беҙҙең никахлашҡан көн 22 октябрь түгел, ә 22 ноябрь булған. Ә беҙ инде ҡартатай, ҡартәсәй булып бөткән кешеләр туй көнөн бер ай алдан билдәләп йөрөгәнбеҙ. Ғаилә менән кәңәшләшеп, барыһын да үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙыҡ. Октябрь, тәк, октябрь.

Зифа.


Һинән дә ҡурҡыныс инем

Көләмәстәге кеүек инде. Туҡталышта торам. Баймаҡта һәр саҡ ел бит инде. Күҙемә нимәлер төштө лә, күҙемдән йәш ҡойола башланы. Мин тегене ыуалап та ҡарайым, һыйпап та – юҡ йәш туҡтамай. Ҡулъяулыҡ алып күҙемде баҫып ултырам. Эргәлә өлкәнерәк бер ҡатын баҫып тора. Шешенгән йөҙөнән, алама кейеменән ниндәй тормош алып барыуы күренеп тора. Теге миңә йәлләп текләп ҡарап торҙо ла: “Илама, һеңлем. Мин һинең йәшеңдә һинән дә ҡурҡыныс инем. Барыбер кейәүгә сыға алдым”, – тимәһенме! Йә иларға, йә көлөргә белмәй торғанда, автобусым килеп туҡтаны.

Л.

Һаҡмар гәзитенән.
Читайте нас: