Йөҙҙән ашыу объект һәм 40 шәхси йорт ул нисәмә йыл эшләгән структураның күҙәтеүе аҫтында. «Хәүеф» төймәһенә баҫҡандан һуң сигнал шунда уҡ пультҡа килә, дежурныйҙа уның адресы күренә. Төркөм бының сәбәбен асыҡлау һәм енәйәтсене тотоу өсөн объектҡа сыға. Шуға күрә көндөҙ ҙә, төнөн дә эш, тәү сиратта, үтә уяу һәм яуаплы булыуҙы талап итә. Коллективта ул иң тәжрибәле хеҙмәткәр иҫәпләнә, йәштәр уның кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Ваҡиға урынына енәйәтсене ҡулға алыу төркөмөн ебәреп, ул һәр мәғлүмәтте тулҡынланып көтә, коллегалары өсөн хәүефләнә. Ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәренә ҙур талаптар ҡуйыла, шуларҙың береһе - хәүефле хәлдәргә тотороҡлоҡ.
Хеҙмәт эшмәкәрлегенә бәйле ошондай йәшәү рәүешенә Раушания Зәйнетдинова өйрәнгән. Тормош иптәше һәм ике өлкән балаһы уны һәр йәһәттән хуплай. Төнгө сменанан һуң уның яҡындары - туғандары һәм дуҫтары уны юҡҡа борсомаҫҡа тырыша, йоҡлап хәл алырға мөмкинлек бирә. Етәкселек ошондай хеҙмәткәрҙең намыҫлылығын һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығын билдәләй. Ә Раушания Зәйнетдинова идара итеү пультынан башҡа икенсе эште күҙ алдына ла килтерә алмай.