Түҙергә була, ваҡытлыса ғына мәшәҡәт бит.Әммә күптәр һинең өйҙә ремонт барғанды аңларға теләмәй шул. Көндөҙ генә тауышланһаң да, йәш әсәләр, баламды йоҡлата алмайым, тип яу һалырға ғына тора.
Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәрен башҡарыуға ҡағылышлы яңылыҡ индерергә йыйыналар. Республика парламенты көндөҙ шаулауҙы тыйған яңы закон проектын әҙерләүҙе тикшерә, көндөҙ ҙә «тынлыҡ законы»н индерергә теләй.