Ведомствонан тыш һаҡ бүлексәһе барлыҡҡа килеү тарихы 1989 йылдың мартында башлана, ул ваҡытта БАССР Министрҙар Советы ҡарарына, СССР һәм БАССР Эске эштәр министрлыҡтары бойороҡтарына ярашлы, Стәрлебаш район эске эштәр бүлеге ҡарамағында ведомствонан тыш һаҡ бүлексәһе начальнигы, өлкән бухгалтер һәм һаҡ инспекторы составында штат булдырыла. Бүлексә булдырылыу көнөнән һәм артабан ун йыл дауамында уға Әсғәт Ғәлиев етәкселек итә. Уның ҡул аҫтында шул ваҡытта 55 кеше эшләй. Объекттарҙы һаҡлау ул ваҡытта ҡарауылсылар һәм контролерҙар ярҙамында башҡарыла. Ҡыҫҡа срокта объекттарҙы заманса техник һаҡ саралары менән йыһазландырыу һәм ҡарауылсынан пульт һағына күсеү мәсьәләһе хәл ителә. Бында үҙәкләштерелгән һаҡ пункты начальнигы А.Т.Ҡотлошин һәм тәжрибәле белгес Ф.Ғ.Яҡшысаров етәкләгән электромонтерҙар төркөмө үҙен һәйбәт күрһәтә. 1990 йылда үҙәкләштерелгән һаҡ пультына 25 объект ҡуйыла. Уғрыларҙы ҡулға алыу төркөмө алты милиционерҙан тора, уларға бер автомашина беркетелә. 1998 йылдан 2009 йылға тиклем Стәрлебаш район эске эштәр бүлеге ҡарамағында ведомствонан тыш һаҡ бүлексәһенә Марат Насибуллин етәкселек итә.
Әлеге вавҡытта бүлексә төрлө милек формаһындағы йөҙҙән ашыу объектты һәм 40 шәхси йортто ышаныслы һаҡлай. Бүлексә командиры Александр Шилин, өлкән полицейскийҙар Марс Хәбибуллин, Дмитрий Сергеев, полицейский - водителдәр - Руслан Ибраһимов, Урал Байгилдин, баш бухгалтер - Лилиә Сергеева, бухгалтер Эльвира Ғәфиәтуллина, пульт дежурныйҙары Раушания Зәйнетдинова, Розалия Зәйнетдинова, Рәйлә Яҡшысарова, Әлиә Абсаттароваларҙы тик яҡшы яҡтан баһаларға мөмкин, улар эштәренә намыҫлы мөнәсәбәттәре менән хеҙмәттең абруйын арттыра.
Ошо байрам көнөндә йәш коллегаларына баһалап бөткөһөҙ тәжрибә һәм белемдәре менән уртаҡлашҡан ведомствонан тыш һаҡ бүлексәһе пенсионерҙарына, айырыуса әлеге көнгә тиклем коллективтың эшенә битараф булмаған элекке начальник Әсғәт Ғәлиевҡа рәхмәтемде белдерәм.
Үҙәкләштерелгән һаҡ пульты йылдан-йыл техник йәһәттән йыһазландырыла, бер үк ваҡытта унда эшләгән хеҙмәткәрҙәргә талаптар ҙа арта.
Хеҙмәт һәм финанс - хужалыҡ эшмәкәрлектә ирешкән уңыштары өсөн Стәрлебаш ведомствонан тыш һаҡ бүлексәһе күп тапҡыр Дипломдар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Ошо әһәмиәтле юбилейҙа шәхси һәм ирекле составты, ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте пенсионерҙарын байрам менән ҡотлайым! Уларға сәләмәтлек һәм рух ныҡлығы, тормоштарында уңыштар һәм хеҙмәттәрен имен алып барыуҙарын теләйем!