Ҡала халҡы өсөн ял итеү урындары бихисап. Ә ауылда халыҡ берҙән-бер мәҙәниәт йорто ҡәҙерен белә һәм ул ябылмаһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй. Шәмбе көндө, 26 октябрҙә, Әмир ауыл мәҙәниәт йорто юбилейына бихисап ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы йыйылды. Байрам башланыр алдынан тамаша залында шатлыҡлы йылмайыуҙар, ҡосаҡлашыуҙар һәм яҡташлыҡ рухы мөхите хөкөм һөрҙө.
Тәүҙә үҙешмәкәр артистар мәҙәниәт йорто булдырылыу тарихына бағышланған сәхнә өҙөгө күрһәтте. Шулай итеп, ауыл халҡы 60 йылға кире әйләнеп ҡайтты. Ауыл мәҙәниәт йортон төҙөүгә ҡатнашлығы булған уҙған йыл хеҙмәткәрҙәренең исемдәрен иҫкә төшөрҙө.
Кисәне ҡотлауҙар дауам итте. Тәүҙә район хакимиәте башлығы Р.К. Рахманғолов һүҙ алды. Ул ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, мәҙәниәт учреждениеһына 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Бөтә ҡунаҡтар ҙа күстәнәстәр һәм бүләктәр менән килгәйне, был көндө әмирҙәр бик күп матур ҡотлау һүҙҙәре ишетте. Хеҙмәт ветераны Мәүлийәр Ғүмәров мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә концерт аппаратураһы йыйылмаһы һәм китапханаға 40 мең һум аҡса бүләк итеп һөйөндөрҙө. Уның өсөн ошондай әһәмиәтле сумманы индереү - хәйриә генә түгел, ә ауыл мәҙәниәт йортон төҙөгән ваҡытта бригадир булған атаһына хөрмәт күрһәтеү ул. Мәүлийәр ағай ташсыларҙың ауыр хеҙмәте тураһында һөйләне, улар ябай бина ғына төҙөмәй, ә тыуған ауылдарына һәм уның халҡына үҙҙәренең хеҙмәтен һәм йөрәк йылыһын бүләк итә.
Әмирҙәргә яҡташтары Илдус Хәлитов матур милли татар костюмдары бүләк итте. Хәҙер уларҙың үҙенсәлекле сәхнә образы барлыҡҡа килде, быны улар ошо сарала уҡ күрһәтте.
Кисә сценарийына шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр, спектаклдән өҙөктәр индерелгәйне. Иң мөһиме, сара дауам иткән өс сәғәттә ихлас мөхит һаҡланды. Бөтә ҡотлау телмәрҙәре ысын күңелдән әйтелде, бер ниндәй уңайһыҙланыу һиҙелмәне. Ауыл халҡы ойоштороусылар менән бергә ошо стеналарҙа үткәрелгән ваҡыттарҙы иҫкә төшөрҙө. Шул йылдарҙа төшөрөлгән, шул иҫәптән, төҙөлөш бригадаһының фотоһүрәттәрен ҡараны. Мәҙәниәт йорто тормошо һәм тарихы тураһында һөйләгән мәлдәрҙә ауыл халҡының күбеһе кисәне алып барыусы һоҡланғыс Ризида Ғүмәрова һәм Гүзәл Ғәлиева менән килешеп: «Эйе, эйе, шулай булды...» тип ризалашып ултырҙы. Был сәхнә күптәргә, шул иҫәптән популяр йырсы, БР атҡаҙанған артисы Миңлеғәли Хөснөтдиновҡа тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итә. Ришат Хәбибуллин менән улар бергәләп әмирҙәр һәм ошо ауылдан сығыусылар өсөн ысын байрам ойошторҙо. Зал уларға ҡушылып йырланы, ҡул сапты, алҡыштар бер минутҡа ла тынманы.
Мәҙәниәт йорто - ауылдың йөрәге һәм күңеле, ауыл халҡының тормош сағылышы, осрашыуҙар урыны һәм яҡшы тәьҫораттар сығанағы. Бында кешеләр ял итергә, көндәлек эштәрҙән арынырға килә. Шуға күрә бында уларҙы көтөүҙәре, уларға шат булыуҙары бик мөһим. Әмир ауыл мәҙәниәт йортонда тап шулай.