Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Октябрь 2019, 14:03

ҺИН ҒӘЙЕПЛЕ ТҮГЕЛ!

“Бала табыу ваҡытын табиптар 11 ғинуарға билдәләп ҡуйғандар ине. Бала табыу йортонан 9 ноябрь көнө әсәйем һәм ҡустым менән бергә ҡайттым. Эсем дә, бәпесем дә юҡ. Шатлыҡлы ауаздар ҙа, байрам төҫө биргән сәскәләр гөлләмәһе лә, төҫлө-төҫлө шарҙар ҙа, фотограф та – береһе лә юҡ ине. Был мәлдә бәпес Өфө ҡалаһындағы Республика балалар клиник дауаханаһында ята ине. Ул таң минең хәтеремә бөгөнгөләй уйылып ҡалды: урамдарҙа ла күңелдә лә бушлыҡ, ҡалтыранып өшөйөм һәм ... ғәләмәт ныҡ ашағым килә. Башҡа, исмаһам, бер уй килмәй. Күңелде әрнетер бушлыҡ... Ул ни булғанын аңлап та бөтмәй ине әле...

Ошолай шаңҡып бер нисә көн үтеп китте. Көн артынан көн үткән һайын яйлап ҡына ни булғанын аңлай башланым шикелле. Әммә ни ғәләмәт? Бушлыҡты ғәйеп тойғоһо алыштырҙы. Мин бит үҙем барыһына ла ғәйепле! Бәпесемдең етлекмәй тыуыуында ла, имеҙә алмауымда ла, бәпесемде 14 көн үткәс кенә ҡулыма ала алыуымда ла – барыһы өсөн дә үҙем генә ғәйепле. Их... Эшкинмәгән ҡатын! Был “эшкинмәгәнлек” сифаты иҫәпһеҙ-һанһыҙ сағылыш тапты.

Хәҙер генә, бер йыл үткәс кенә, үҙемдең хаҡһыҙ икәнемде аңланым. “Хаҡһыҙ”... бәлки был һүҙ ул саҡтағы асылымды аңлатҡан дөрөҫ һүҙ ҙә түгелдер. Ошо ғәйеплелек тойғоһо минең хәлемде ала, вампир кеүек эстән һура ине.

Уйлап ҡараһаң, бындай хәлдә ҡалғандар бер мин генә түгел. Ундайҙар яҙмыш ҡушыуы буйынса бихисап. Тап шундайҙарға минең кәңәшем: һин бер ниҙә лә ғәйепле түгел! Ҡайһы саҡ уйламағанда шулай була. Үткәнде бер нисек тә үҙгәртеп булмай. Әммә һин үҙеңә ярҙам итә алаһың. Иң тәүҙә үҙеңде ғәфү ит! Йә булмаһа был турала уйламаҫҡа тырыш. Хатта үҙеңде тыйып ҡуй! Ни өсөнмө? Етлекмәй тыуған сабыйҙар һинән килгән энергия менән туҡлана. Улар һинән яғымлы һүҙҙәр, йылы ҡараш, йылы тойғо көтә. Психологик яҡтан уңайлы мөхит тыуҙырыр кәрәк. Хәле бөткән әсә бындай көстө ҡайҙан алһын! Ошо турала онотма!

Беләһеңме, мин интенсив терапия палатаһында ятҡан сабыйыма инер алдынан ни эшләй торғайным. Оҙаҡ итеп көҙгө алдында үҙемде матурлай торғайным. Унан кювезда ятҡан бәләкәстәр менән ҡысҡырып һаулыҡ һорашам. Улымды: “Сәләм БАҺАДИРЫМ! Хәлдәр нисек?” – тип сәләмләй инем. Йөҙөмдән йылмайыу китмәй. Ә ҡайтҡан саҡта автобуста күҙ йәштәренә быуылып илайым. Башта бер генә һорау: “Ни өсөн? Ни өсөн беҙҙең менән былай булды? Улыҡайымдың ғәйебе ниҙә?” Бына ошо ваҡытта илағың килә икән – ила! Тик сабыйҙар ятҡан палатала түгел! Үҙҙәре йоҙороҡтай ғына, ә шул тиклем һиҙгер булған был сабыйҙарға көслө рухлы әсәй кәрәк. Ышаныс... сабыйыңа, үҙеңә ҡарата булған ышаныс ҡына оло ЕҢЕҮҘЕ алып киләсәк.

Аймита.


« Дата родов была назначена на 11 января. Из роддома я выходила втроём с мамой и братишкой 9 ноября. Без живота, ребенка, шариков, цветов и фотографа. Ребенок в это время был уже в РДКБ (Уфа) . Почему-то я очень хорошо запомнила то утро. Пустые улицы, мне холодно, хочется есть, и абсолютно пустая голова. Она знаете была как тот ноябрьский воздух, аж звенела, ни одной мысли. Просто пусто и ничего более.

Уже потом, спустя несколько дней, ощущения происходящего начинали доходить до меня. И вот знаете, какое чувство надолго потом еще, прям засело во мне? Это чувство вины. Что я не смогла доносить ребёнка до нужного срока, что я первый раз взяла моего мальчика через 14 дней после рождения, что я его не кормлю, что я…. Этих «что я…» было бесчисленное множество. И только, наверное, сейчас спустя почти год, я понимаю, что эти мои мысли не то, чтобы не были полезны, а они отнимали у меня силы. Я была как вампиром самой себя.

Моя мысль именно для мам малышей рожденных раньше срока. И вот какая: ты не в чем не виновата! Иногда просто так случается. Есть в жизни моменты, которые ты не можешь изменить и на которые никак не можешь повлиять.

Прости саму себя, что так произошло. Или просто разреши себе об этом не думать. Точнее прям запрети себе думать так.

Почему? Потому что недоношенные детки требуют не только колоссальной физической отдачи мамы, но и психологической.

Знаешь, что я делала прежде чем войти в палату интенсивной терапии к детям? Стояла у зеркала, прихорашивалась и намеренно звонко и бодро здоровалась с ними (с детьми, лежащими в кювезах). До сих пор помню я говорила: привет, мой КРЕПЫШ! как у тебя дела?

А вечером, когда я ехала обратно домой, я ревела. Потому как… как бы я не бодрилась, но не могла не думать: почему это случилось со мной и моим ребенком? Так вот, хочется реветь — реви! Только не в палате у детей. Они все чувствуют. Им нужна сильная духом мама, которая верит в них (него), которая знает, что ПОБЕДА будет за нами, которая готова ко всему — ведь на кону жизнь и здоровье ее малыша.

Аймита. Һаҡмар гәзитенән.
Читайте нас: