Хәҙер улар ҡарттар йортонда йәшәргә мәжбүр. Ҡыҙҙары Ишембай ҡалаһында бухгалтер булып эшләй, ә улы Себер тарафтарында яуаплы ғына вазифа биләй, тиҙәр.
— Ауыл ерендә йорттар әллә ни ҡыйбат та түгел, аҡсағыҙҙы йыйыштырып, берәй өй алырға булалыр инде, балаларығыҙ ҙа ярҙам итешер ине, бәлки, — тип ҡыҙыҡһынам.
— Ҡайҙа ул, үҙебеҙ аҡса биреп торабыҙ, ярҙам итергә кәрәк, ейәнсәребеҙ институтта уҡый.
— Балаларығыҙ янына барырға иҫәбегеҙ юҡмы?
— Ҡыҙымдың фатиры бәләкәй.
— Бигерәк алыҫта йәшәй, ваҡыты ла юҡтыр инде. Себер һынлы Себерҙән ҡайтыу өсөн аҙ аҡса кәрәктер шул.
Эй, был бала тигәндәре! Нисә йәшкә тиклем беҙ әсә өсөн бала булып ҡалабыҙ икән?! Ҡасанға тиклем улар беҙҙе ҡарарға, хәстәрләргә тейеш? Ә үҙебеҙҙең бурысыбыҙҙы ҡасан үтәрбеҙ? Әллә улар һәр ваҡыт шулай булырға тейеш тип ҡабул итәбеҙме? Их, бахыр әсәләр, ниндәй хәлдә лә ғәзиз балаларының тормошон еңеләйтергә теләүҙәрелер инде…