- Ауыр диагнозға эйә булһа ла, Сашаның энергия һәм оптимизмына һоҡланырлыҡ, ул тулы ҡанлы тормошта йәшәй, уның дуҫтары күп, һөйгән ҡыҙы бар, ҙур план-хыялдар ҡороп та ҡуйған: ул Американы "яуларға" йыйына!
Уның компьютер мониторының аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан бәләкәй генә гаджет күҙҙәр хәрәкәтен күҙәтеп тора һәм экран буйынса курсор хәрәкәт итә. "Мышка"ға баҫҡандағы операция өсөн ул күҙҙәрен йомоп ҡала, хәбәрҙәрҙе үҙ тауышы менән яҙҙыра.
Саша ҡалала йөрөргә ярата, ул такси хеҙмәтенән файҙалана. Әммә бындай хеҙмәт егеткә ҡиммәткә төшә, әлбиттә, айырыуса байрам осоронда 400-500 һумға тиклем барып етә.
Егеткә беҙҙең илдә инвалидтарға булған мөнәсәбәт оҡшап етмәй икән. "Миңә ҡай берәүҙәр кәмһетеп ҡарай. Төркиәлә, мәҫәлән, миңә иғтибар итеүсе лә булманы, Америкала тағы ла яҡшы, хатта шул тарафтарға күсенеп китеү хыялы бар", – ти Александр.