Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Октябрь 2019, 19:03

Кемгә кәрәк булған уның яныуы?

Кисә киске сәғәт һигеҙҙәрҙә Өфө ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан боронғо усадьба янып киткән.

"Виденеевтың тағы бер йорто яна", тип яҙҙылар социаль селтәрҙә. Әлеге янғаны - Х.Ш. Гуревичтың йорто. Уның һаҡлау статусы булмаған. Тәҙрә яңаҡтарын ике йыл элек үк һүтеп алғандар.


Утты һүндерергә 13 ҡотҡарыусы, биш янғын һүндереү техникаһы йәлеп ителгән.


– Беҙ килгәндә 12×15 метрға тиң майҙанды ут ялмағайны. Уның таралыу хәүефе ҙур ине. Ҡотҡарыусыларҙың ойошҡанлы эшләүе һөҙөмтәһендә унынсы яртыларға янғын тулыһынса һүндерелде, – тип хәбәр иттеләр ведомствонан.


Әле янғын сығыу сәбәбен тикшерәләр.


Хәл Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының иғтибар үҙәгендә тора, сөнки боронғо усадьбаларҙың янып китеүе беренсегә түгел.
Читайте нас: