Ошо уҡ ваҡытта Шишмә районында тағы бер ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. М5 трассаһының 1441-се километрында 54 йәшлек Пенза өлкәһе кешеһе "Вольво" йөк машинаһында йәйәүлене тапата. Ауыр тәгәрмәстәр аҫтында 37 йәшлек Өфө районы кешеһе ҡала. Уны йәрәхәттәр менән дауаханаға алып китһәләр ҙә, оҙаҡ та үтмәй, иҫенә лә килмәй йән бирә. Водитель белдереүенсә, ул юл ситенән ҡара кейемдә китеп барған була.