Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Октябрь 2019, 19:10

Башҡортостанда – яңы Хөкүмәт

Шулай итеп, бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың яңы Хөкүмәте составы билдәле булды. Радий Хәбиров белдереүенсә, Хөкүмәт Премьер-министры вазифаһын ул үҙе башҡарасаҡ.

Уның ике беренсе урынбаҫары буласаҡ. Улар – Андрей Назаров менән Илшат Тажетдинов. Андрей Назаров Хөкүмәттең милли проекттарҙа билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеү һәм республиканың 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешендәге стратегик йүнәлештәре тураһындағы Указда ҡуйылған айырым маҡсатлы бурыстарҙы үтәү буйынса эшмәкәрлеген көйләйәсәк.


Илшат Тажетдинов иһә республика Хөкүмәте аппаратын етәкләйәсәк, уның эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен һәм власть органдарының Хөкүмәт ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуын контролдә тотасаҡ, төбәк проект офисын координацияласаҡ.


Яңы Хөкүмәттә ете вице-премьер бар. Элеккеләрҙән дүртәү ҡалды, улар – Рәйеф Әбдрәхимов, Илшат Фәзрахманов, Ленара Иванова, Борис Беляев. Шулай уҡ Фәнүр Йәғәфәров, Ирек Сәғитов һәм Рөстәм Моратов вице-премьер вазифаһын башҡарасаҡ.
Читайте нас: