Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Октябрь 2019, 19:02

"Армияға теләп киткәйне"

Хеҙмәттәштәрен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдинов бәләкәйҙән үҙен хеҙмәткә әҙерләгән, кадет класында белем алған.

“Рәмил миңә бишенсе класта килде, – ти уның уҡытыусыһы Семен Зәйнуллин. – Улар ғаиләлә өс малай, бөтәһе лә миндә шөғөлләнде. Ғаиләһе яҡшы ине. Атаһы элек полицияла, МЧС-та хеҙмәт иткән, һуңынан ауырыу буйынса киткән. Дөрөҫөн әйткәндә, мин әле шоктан сыға алмайым. Йәй көнө генә Рәмилде күрҙем. "Семен Михайлович, мин армияға китәм, һуңынан аҡса эшләп фатир алыу өсөн контракт буйынса ҡалам", – тигәйне”.


Рәмил Төмән өлкәһе Тубыл районының Вагай ауылында туғыҙынсы класты тамамлағас, сәнәғәт техникумына уҡырға ингән. Егет һорау алыусыларға ҡылған ҡылығы өсөн үкенмәүен әйткән.
Читайте нас: