Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Октябрь 2019, 12:00

Эҙәрмәндәр тағы бер һалдаттың яҙмышын асыҡлаған

Псков өлкәһендә Башҡортостан эҙәрмәндәре эшләй.

1941 йылдың 4-5 июлендә Башҡортостан һалдаттары күпләп булған 171-се уҡсылар дивизияһы был урындарҙа оборона тотҡан. Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында өс һалдаттың медальоны табылған. Уларҙың берәүһе Йомағужа районынан Тихон Назаровтыҡы булып сыҡҡан. Яугирҙең туғандарының да ҡайҙа йәшәүе асыҡланған. Һалдаттың мәйете ҡалдыҡтары Күгәрсен районында күмеләсәк.

"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: