Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Октябрь 2019, 12:20

Тәртипте һәм ихласлыҡты баһаланы

1980 йылдың көҙгө көндәренең береһендә Матросов исемендәге колхозға бик күп ҡунаҡтар йыйылды. Бында техниканы ҡышҡы һаҡлауға ҡуйыу һәм уны ремонтлау буйынса район семинары үтте. Хужалыҡ етәксеһе Мансаф Шәйәхмәтов етештереү, иҡтисади хәл-торош менән таныштырҙы. Бик күп ҡыҙыҡлы факттар килтерелде. Ә һуңынан һүҙ колхоздың баш инженеры Миңлеғәли Мөьминовҡа биреле. Әмир һәм Хәлекәй бригадаларының машиналар йортонда ул ошо мәсьәлә буйынса ойоштороу ысулдары буйынса ентекле һөйләне. Был эш өсөн уларҙа оҫта механизаторҙар составы менән ике махсус звено булдырылыуы тураһында хәбәр итте ул. Семинарҙа ҡатнашыусылар ремонт оҫтаханаларында ойошторолған эш менән дә ҡыҙыҡһынып танышты.

- Нимә тип әйтәһең, эш яҡшы ойошторолған, - тип үҙ фекерен белдерҙе шул саҡта гәзит хәбәрсеһенә «Ключевые горы» колхозының техника буйынса бригадир ярҙамсыһы, Ленин ордены кавалеры Миңлеғәли Ғәйфуллин. - Барыһы ла тейешенсә эшләнгән.

Башҡалар ҙа ошо фекерҙә була. Ошо юлдар авторына район гәзите редакцияһының ауыл хужалығы бүлегендә эшләгәндә Миңлеғәли Мәннән улы менән төрлө мәсьәләләр буйынса күп тапҡыр әңгәмәләшергә тура килә. Уның ҙур һөнәри оҫталығы һоҡланыу уята. Ә дөйөм алғанда - кәрәк саҡта талапсан, бик ныҡышмалы. Ә тағы ла - ул тыйнаҡ, ихлас күңелле кеше. Мин уны механизаторҙар ныҡ хөрмәт итеүен белә инем.

Бер ваҡыт ҡышын уның менән Хәлекәй оҫтаханаһына индек. Тракторҙарҙы ремонтлайҙар ине. Ул бер механизатор эргәһенә килеп, гайка асҡысын ҡулына алды.

- Әйҙә, бер аҙ булһа ла ярҙам итәйем.

- Кәрәкмәй, мин үҙем, - тип уңайһыҙланды тракторсы. Шулай ҙа Мөьминов бер аҙ ярҙамлашып, ниндәйҙер кәңәштәр ҙә бирҙе.

Уның йәнәшәһенә икенсе механизатор килде. Ниндәй запчасть кәрәк булыуын әйтте. Әйткәндәй, бик дефицит ине ул.

- Мин бит беләм. Таныштым. Булыр, - тип ҡыҫҡа яуап бирҙе Миңлеғәли Мәннән улы.

Яҙын, сәсеү мәлендә мин шул механизаторҙан инженер уның үтенесен үтәнеме һәм ниндәй срокта тип ҡыҙыҡһындым.

- Эйе, ике көндән запчасты килтерҙеләр, - тип хәбәр итте ул. - Нисек ул уны шулай тиҙ эшләйҙер, белмәйем.

Миңлеғәли Мәннән улы крәҫтиән хеҙмәтен яҡшы аңлай һәм ошо өлкәлә эшләүселәрҙең ҡәҙерен белә ине. Сөнки, ул үҙе бала саҡтан ошо эште белеп үҫә.

Ул 1927 йылда Хәлекәй ауылында тыуа. Ауыр һуғыш йылдарында ете йыллыҡ мәктәпте тулыһынса тамамлай алмай. Тракторсылар курсына уҡырға бара. Һуңынан колхозда ХТЗ тракторын йөрөтә.

1944 йылда хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы килтерәләр. Өфөлә ҡыҫҡа сроклы уҡыуҙар үтә. Артабан - Алыҫ Көнсығышҡа. 1945 йылдың авгусында уҡсылар дивизияһы составында рус-япон һуғышында ҡатнаша.

Уның артабанғы тормошо ла техникаға бәйле була. Шул уҡ йылдың октябрендә рота командиры:

- Автомеханиктар курсына бараһың, - ти.

Уҡыуҙан һуң дивизияның ремонт оҫтаханаһына ебәрәләр.

Армия хеҙмәте алты йыл дауам итә. Тыуған яҡтарына ҡайта. Тормай ауылынан Миңлегөл исемле һылыуҡай менән таныша. Оҙаҡламай өйләнешәләр. Ә һуңынан икәүләшеп нефтеразведкаға эшкә китәләр. Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрификациялау техникумының ситтән тороп уҡыу бүлегенә инеү хыялы барлыҡҡа килә.

- Бик матур хыял, - ти Миңлегөл Хәбибулла ҡыҙы. - Хыялыңды тормошҡа ашыр.

Ошо техникумды тамамлай, ә 1969 йылда ғаиләлә мөһим һөйләшеү була.

- Артабан да тегендә-бында күсенеп йөрөгәнсе, бәлки Хәлекәйгә ҡайтырбыҙ, - тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша Миңлеғәли Мәннән улы.

- Ярай, - тип килешә йәмәғәте.

Матросов исемендәге колхоз рәйесе Рауил Әсфәндийәров, Мөьминовтың тиңдәше, уны ҡыуанып ҡаршы ала:

- Һин бик урынлы ҡайттың бит. Беҙҙә баш инженер вазифаһы буш. Бына шул вазифаны билә әйҙә.

Ул эшкә бик дәртләнеп тотона. Быны барыһы ла тоя. Техниканы ваҡытында һәм сифатлы ремонтлау, профилактик саралар ғәйәт мөһим әһәмиәткә эйә булыуын белә ул. Механизаторҙарҙы ла уға хәстәрлекле ҡарарға өндәй. Практикала шулай килеп сыға ла. Эштәр һәйбәт бара. Инженерға ихтирам арта. Йыш ҡына механизаторҙар эргәһендә булып, улар менән ихлас әңгәмәләшә, фекерҙәренә ҡолаҡ һала.

Ә ғаиләһендә биш балаһы лайыҡлы тәрбиә ала.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгәндә, уға бихисап ҡотлауҙар яңғырай. Билдәле механизатор Закир Латипов, күптәрҙең фекерен дөйөмләштергән кеүек, ҡыҫҡаса ғына:

- Һин быға лайыҡ, - ти.

Һуңынан уны тағы шундай орден менән бүләкләйҙәр.

Юғарыла әйтеп үтелгән семинарға ҡайтайыҡ. Уға йомғаҡ яһағанда район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы:

- Беҙҙә һәйбәт белгестәр күп. Улар араһында Матросов исемендәге колхоздан Мөьминов - алдынғыларҙың береһе. Уның һәйбәт эше быны дәлилләй, - ти.

«Башҡорт АССРының атҡаҙанған механизаторы» исеменә лайыҡ булғандан һуң да уға бихисап ҡотлауҙар һәм изге теләктәр була.

1987 йылда колхоз йыйылышында уны хаҡлы ялға оҙаталар. Ә бер нисә көндән ул рәйес Самат Баһауетдиновҡа килә.

- Хәлекәй фермаһына кочегар кәрәк тип ишеткәйнем, - ти Мөьминов. - Улар йыш алмашына: береһе килә, береһе китә. Мине эшкә ал әле шунда.

- Булдыра алырһыңмы? - тип ҡыҙыҡһына Самат Сәләм улы.

- Әлбиттә, - ти ветеран.

Һәм артабан өс йыл лайыҡлы эшләй.

Ағымдағы йылда 92 йәшлек Миңлеғәли Мәннән улының сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшай.

-Район дауаханаһында ятты, - тип һөйләй уның ҡыҙы Рима. - Әммә һуңынан Хәлекәйгә алып ҡайтыуыбыҙҙы үтенеп һораны. Ошонда тыуған йортонда йән бирҙе лә.

Ә уның апаһы Әлфиә ошондай фекер белдерҙе:

- Атайым бик ихлас кеше булды, - тип билдәләй ул. - Бер ваҡытта ла унан насар һүҙ ишетмәнем. Күптәрҙә уның тураһында изге хәтер һаҡланыр тип уйлайым.

Ул хаҡлы. Тап шулай булыр тип уйлайбыҙ.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН, журналист - пенсионер.
Читайте нас: