Замана бурҙарына кешенең банк картаһынан аҡса урлау бер ни тормай. Енәйәтселәр картаның реквизиттарын, кешенең исем-шәрифен һәм ПИН-кодты белһә, аҡсаға юл асыла.
Магазинда, кафела, башҡа урындарҙа картағыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышығыҙ. Әгәр түләү бойомға ашырылманы, ПИН-кодты тағы бер тапҡыр индерегеҙ тип һораһалар, ике тапҡыр аҡса күсереүегеҙ ихтимал. Түләүҙәр тураһында смс-хәбәр алыу функцияһы менән ҡулланығыҙ. Әгәр ниндәй ҙә булһа тотҡарлыҡ тыуһа, түләү үтмәһә, был хаҡта яҙма дәлил һорағыҙ.
Банкоматта ла аҡсаны юғалтырға мөмкин. Мутлашыусылар уларға скиммер тип аталған махсус ҡорамал урынлаштыра, ул картаның магнит таҫмаһындағы мәғлүмәтте күсереп ала. Банкоматҡа йәшерен камера йәки өҫтәмә клавиатура ҡуйып, ПИН-кодты белеүҙәре лә ихтимал. Ялған клавиатураны ысынының өҫтөнә урынлаштыралар, ә банкомат ғәҙәттәгесә эшләй. Кеше хаҡында мәғлүмәткә эйә булып, уның картаһының күсермәһен эшләтеп алғандар ҙа бар. Банкомат менән эш иткәндә хәүефһеҙлек саралары хаҡында онотмағыҙ: сит ҡорамалдар күҙгә ташланмаймы, клавиатура шик тыуҙырмаймы? ПИН-кодығыҙҙы йыйған ваҡытта ниндәй һандарға баҫыуығыҙҙы мотлаҡ буш ҡулығыҙ менән ҡаплағыҙ.
Банк картаһы тураһында мәғлүмәттәрҙе белеүҙең башҡа алымдары ла таралған. Берәй әйбер һатыуығыҙ хаҡында иғлан бирһәгеҙ, шунда күрһәтелгән телефонға шылтыраталар йәки приз отоуығыҙ хаҡында хәбәр итәләр. Кеше менән һөйләшеп, уны төрлөсә әүрәтеп, банк картаһына ҡағылышлы мәғлүмәткә эйә булалар йәки мутлыҡ ҡорбаны, үҙе банкоматҡа барып, тегеләр әйткән иҫәпкә аҡса күсерә.
Мәҫәлән, бер кеше «Авито» сайты аша үҙенә автомобиль һатып алырға була. Задатка итеп үҙенең банк картаһынан енәйәтселәргә 10 мең һум аҡса күсерә. Ә икенсе берәү сит ил автомобиле хужаһы булыу маҡсатында 50 меңен күсереп, ярыҡ ялғаш эргәһендә ҡала.
Йыш ҡына йыйған аҡсаһын арттырырға теләгән граждандар төрлө финанс ҡапҡандарына ла эләгеп ҡуя. Улар кешене өгөтләй, ҡыҙыҡтыра белә, банк һаҡламынан күпкә юғарыраҡ процент вәғәҙә итә. Һаҡ булығыҙ: был компания сираттағы финанс пирамидаһы булып ҡуйыуы ихтимал. Мәкер ҡороусылар йылдам эшләй: бик әүҙем реклама алып бара, мөғжизәгә ышаныусыларҙан мөмкин тиклем күберәк аҡса туплай һәм, күп тә үтмәй, алданған пайсыларҙан йыйылған сумма менән юҡҡа сыға.
Ғәҙәттә, улар яңғырауыҡлы, үҙенә йәлеп итеп торған атамалар һайлай: IT-компания, интернет-компания, инновациялы проект... Ялған интернет-магазин
Уғырылар, бер ҡатлы һатып алыусыларҙың аҡсаһына хужа булыу маҡсатында, күптән интернет киңлегенә үтеп инде. Мәҫәлән, улар кешене ҡыҙыҡһындырырлыҡ, бик арзан хаҡҡа әйбер, кейем-һалым тәҡдим иткән интернет-магазиндар аса. Түләү, әлбиттә, карта ярҙамында ғына. Сөнки аферистарҙың маҡсаты бер – карточканың мәғлүмәтен, интернетта түләү мөмкинлеге биргән cvv-кодты (картаның артындағы өс һан) белеү. Акция һәм облигациялар тәҡдим итәләр, йыйылған аҡсаны ҙур килем килтерәсәк төҙөлөшкә, алтын табыу сәнәғәтенә, юғары һөҙөмтәле производствоға йүнәлтергә вәғәҙәләйҙәр, бәғзе берәүҙәре хатта, кредиттарығыҙҙы тулыһынса ҡаплайбыҙ, тип тә ебәрә.
Ҡапҡанға эләкмәҫ өсөн, иң тәүҙә ойошмаларҙың әлеге эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүгә лицензияһы йәки дәүләт реестрында теркәлеүе менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Килешеү өлгөһө менән танышығыҙ, бойондороҡһоҙ финанс йәки юридик консультацияға мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр финанс пирамидаһы ҡорбаны булһағыҙ, ойоштороусыларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырырға мөмкин.
Интернеттан телефонығыҙға банк картаһы менән ҡулланыу талап ителгән төрлө приложение күсергәндә ныҡ иғтибарлы булыу кәрәк. Ҡайһы бер осраҡтарҙа программаны төҙөүселәр уны махсус рәүештә вирус менән зарарлай. Вирус кешенең смартфонына үтеп инеп, мутлашыусыларға эшләй башлай: мобиль банкингтың «тәҙрәһен» икенсе, ялған менән алмаштыра. Ә смартфон эйәһе шикләнмәй, мобиль банк мәғлүмәтен индерә. Ә вирус мәғлүмәтте аферистарға ебәрә.
Унан тыш, программа клиенттың смс-хәбәрҙәренә үтеп инә ала. Был осраҡта уғрылар картанан банкингта аҡсаны күсерһә йә банкомат аша ҡулаҡса алһа ла, карта хужаһына эшләнгән операциялар хаҡында смс килмәйәсәк һәм кеше аҡсаһы урланыу хаҡында белмәй ҡалыуы бар.
Быны нисек булдырмаҫҡа? Троян вирусы телефонға үтеп инеүҙән һаҡланыу өсөн бары лицензиялы программалар, шул иҫәптән антивирус та ҡуйыу һәм карта иҫәбен даими тикшереп тороу кәрәк.
Шулай уҡ мутлашыуҙың тағы бер төрө таралған. Уғрылар пенсионерҙың фатирына шылтыраталар. Зыян күреүсегә улар үҙҙәрен газ хеҙмәтенән, тип таныта. Йәнәһе лә, газ ҡорамалдарын тикшереп, счетчиктарға пломба ҡуялар. Пенсионер ышанып, уларҙы фатирына индерә. Ирҙәр газ плитәһен, счетчикты ҡарай. Шуның өсөн өлкән йәштәгеләрҙән фәлән мең һум аҡса һорайҙар. Серванттан янсығын алып, тейешле сумманы уларға тоттора. Ирҙәрҙең береһе аш бүлмәһендә документтар тултырғансы, икенсеһе бәҙрәфкә йүнәлә. Бер нисә минуттан ул кире килеп, йәһәтләп фатирҙан таялар. Аҡсаны алмаған булалар, йәнәһе лә, аҙаҡ килеп аласаҡтар. Улар киткәс, зыян күреүсе янсыҡтан аҡса юғалғанын күрә. Ниндәй хеҙмәттән килһәләр ҙә, өйҙә яңғыҙ саҡта ят кешеләргә ишекте асырға ярамай.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда республикала мутлашыуҙар һаны артыуы күҙәтелә: һигеҙ ай эсегдә 3 мең 800ҙән ашыу факт теркәлгән - уҙған йыл менән сағыштырғанда 30 процентҡа күберәк. Нигеҙҙә был дистанцион енәйәт - 1288 енәйәт интернет ярҙамында ҡылынған (+264), 950 - телефон буйынса (+540).
Газовиктар, һыу үткәреүселәр, социаль хеҙмәткәрҙәр һ.б. булып йөрөгән мутлашыусыларҙың 44 факты теркәлгән - дүрткә күберәк, уҙған йыл кимәлендә тиерлек.
Һуңғы йылдарҙа кеше хаҡына байырға теләгән мутлашыусылар бигерәк күбәйеп китте. Уяу булайыҡ, хәләл аҡсабыҙҙың бәрәкәтен күрәйек, яҡындарыбыҙҙы, ололарҙы мутлашыу ауынан аралайыҡ.