Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Октябрь 2019, 10:55

Яңыртылған үҙәктең яңы һулышы

Күп функциялы үҙәктәр халыҡҡа дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүе менән уңайлы. Ошо көндәрҙә Архангел ауылында ремонт эштәренән һуң ошондай үҙәктең офисы асылды.

Ул “Минең документтарым” фирма стиленә яраҡлаштырып үҙгәртеп ҡоролған. Шулай итеп, бында граждандарға 300-ҙән ашыу дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеләсәк.


Хәҙер халыҡты алты тәҙрәнән ҡабул итәсәктәр. Бынан тыш, мөрәжәғәт иткән кешеләргә уңайлы булһын өсөн электрон сират системаһы, ошонда уҡ дәүләт пошлинаһы өсөн түләү мөмкинлеге булдырылған, дәүләт хеҙмәттәре порталына сығыу өсөн компьютер ҡуйылған. Бында хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлыҡтар бар. Бәләкәстәр өсөн махсус уйын мөйөшө барлыҡҡа килгән.


Архангел районында йәшәүселәр иғтибарына түбәндә Архангел ауылындағы күп функциялы үҙәктең эш графигын тәҡдим итәбеҙ:


дүшәмбе – 9-ҙән 20 сәғәткә;

шишәмбе, шаршамбы, йома – 9-ҙан 19 сәғәткә;

кесе йома – 9-ҙан 16 сәғәткә;

шәмбе – 9-ҙан 15 сәғәткә тиклем;

йәкшәмбе – ял.
Читайте нас: