Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Октябрь 2019, 10:58

Серем итеп алам

Ҡайһы саҡ йоҡом туймай китә, шул саҡ нәнәйемдең бер һүҙе иҫкә төштө: “Серем итеп алам!” – тиер ине ул көндөҙ биш-ун минут йоҡлап алған сағында.

“Нимә була һуң ул?” – тип ныҡышам. “Кешене йоҡо йөрөтә. Йоҡоһо туймаһа, кеше ашап та хәл индерә алмай. Теге донъяла ла кеше бер тәмле әйберем тороп ҡалды, тип йоҡоһон эҙләй икән!” – тип аңлата нәнәйем. Бала саҡта ни, уның әйткәндәрен аңлап та бөтмәгәнмен инде, сөнки үҙемдең йоҡо туйған, тамаҡ туҡ булған. Хәҙер бына арып кителһә, уның ошо “серем итеп ал!” тигән һүҙҙәре ишетелгәндәй була.


Ә бит ғалимдар ҙа күпселек сирҙәрҙең башы – ул кешегә йоҡо һәм ял етмәү менән бәйле, ти. Баҡтиһәң, йоҡоһо туймаған кеше тиҙ тоҡанып, тиҙ арып, һөҙөмтәлә, тиҙ ауырып бара, иммунинеты ҡаҡшай икән. Йоҡлар алдынан күп ашауҙы ла хуп күрмәй ине нәнәйем. Ашҡаҙан да ял итергә тейеш, тиер ине. Оҙаҡ йылдар ағас һикелә йоҡланыҡ: арҡаға тигеҙ, рәхәт. Был да бит үҙенә күрә һаулыҡ өсөн файҙалы булған. Көн оҙоно асыҡ торған тәҙрә төнгә ҡарай ғына ябыла ине. Йоҡлар бүлмәгә генә түгел, башҡаларына ла һауа кереп, тын алыуы рәхәт була.


Быны уға уның нәнәйе өйрәткәндер, бына шул рәүешле быуындан-быуынға күсеп килгән халыҡ медицинаһы кәңәштәрен бөгөн ғалимдарҙың яҙмаларынан да уҡыйбыҙ. Улар ҙа бит ныҡ йоҡо килгәндә, биш-ун минут ятып торорға, йоҡлар алдынан бүлмәне елләтергә, тигеҙ карауаттарҙа һәм уңайлы еңелсә кейемдә йоҡларға кәңәш итә.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/serem-itep-alam/
Читайте нас: