Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Октябрь 2019, 10:59

Полиция ла урлашҡас...

Өфөлә урланған машинаны ҡабаттан һатырға маташҡан полиция хеҙмәткәрҙәрен эштән ҡыуғандар.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры Роман Деев ойошторған хеҙмәт тикшереүенән һуң, 11-се полиция бүлегенең ике начальнигы эштән киткән. Улар урланған сит ил автомобиленә хужа булырға уйлаған.


Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡиммәтле автомобилде 2017 йылда уҡ урлаған булғандар. Шунан һуң ул аварияға эләккән. РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһына ярашлы эш ҡуҙғатылып, автомобилде баш ҡаланың 11-се полиция бүлеге биләмәһенә ҡуйғандар.


Бүлектәге ике хеҙмәткәр, енәйәтсел ниәттәрен тормошҡа ашырып, әлеге автомобилде ялған документтар буйынса һатырға уйлаған.


Уларға ҡарата материалдарҙы төбәк Тикшереү комитетына ебәргәндәр. Был эш буйынса тағы ике полиция хеҙмәткәренең тикшереүгә эләгеүе ихтимал.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/politsiya-la-urlash-as-/
Читайте нас: