Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Октябрь 2019, 10:56

“Хоҡуғыңды бел, башҡорт ата-әсәһе!”

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәтеү буйынса был сараларҙа Республика ата-әсәләр комиссияһы урынбаҫары Айгөл АТАНОВА сығыш яһаны. Әйткәндәй, уларҙы һәр сараға йәлеп итеү кәрәк. Фекерҙәре менән уртаҡлашыуын һорап, уға мөрәжәғәт иттем.

– Айгөл Әнүәр ҡыҙы, беҙҙең башҡорт телен өйрәнеү буйынса хәл-торош нисек ул, һеҙҙеңсә? Магнитогорскиҙағы сығыштарығыҙҙы тыңлап, Ата-әсәләр комиссияһы менән эш һәр районда ғына түгел, башҡорттар йәшәгән һәр төбәктә барырға тейеш, тигән фекергә килдем.

– Бөгөн беҙ туған башҡорт телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшкән һуңғы быуын булып ҡалмайыҡ. Уның яҙмышы күпселек осраҡта тиерлек ата-әсәләрҙең ҡарамағында. Теләк булһа, балалар баҡсаһында балаңды туған телдә тәрбиәләргә, мәктәптә өйрәтергә була, бары тик ата-әсә үҙенең хоҡуғын белергә һәм уны дөрөҫ ҡулланырға, ғариза яҙырға тейеш. Мөрәжәғәт булһа, мәктәп йә балалар баҡсаһы ошо мөмкинлек булдырырға бурыслы. Әммә ысынбар­лыҡта бөгөн был ябай ғына күренгән механизм төрлө һорауҙар, хатта проблемалар тыуҙыра.


– Халыҡта мөнәсәбәт нисек?

– Халыҡ телен хоҡуҡи йәһәттән яҡларға әҙер түгел. Хатта ҡайһы берәүҙәр туған телдә тәрбиәләргә һәм балаларын уҡытырға теләмәй һымаҡ. Ә бит аңларға кәрәк: бөгөн телебеҙҙең һәм милләтебеҙҙең киләсәге тап ошо бирелгән хоҡуҡтарҙан тулыһынса файҙаланыуҙан түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш осраҡта ҡулланмауҙан зыян күрә. Халыҡ, милләт йәшәһен өсөн туған тел, моң, тарих, мәҙәниәт быуындарҙан быуындарға тапшырылырға тейеш. Һәр быуын ошо бәйләнеште һаҡлау һәм заман афәттәренән яҡлау өсөн яуаплы. Был – һәр кеше алдындағы бурыс һәм оло яуаплылыҡ. Иң алда ғаиләлә туған телдә аралашыу мөһим. Артабан балаларҙың бөтә яҡтан да үҫешеүенә киң мөмкинлектәр асылыуы, психологик яҡтан ныҡлығы, илһөйәр булыуы туған тел нигеҙендә барлыҡҡа килгәнен аңлап, балаларҙы башҡорт балалар баҡсаһында йә төркөмөндә тәрбиәләү, башҡорт мәктәбендә йә класында уҡытыу, иң кәмендә башҡорт телен өйрәтеү кәрәк. Бала тамырҙарын тойоп үҫергә тейеш.


– Хоҡуҡи яҡтан ҡарағанда?

– Хоҡуҡи яҡтан туған телде һаҡлау һәм үҫтереү өсөн Рәсәй Конституцияһы ла, Башҡортостан Конституцияһы ла, Мәғариф тураһында закондар, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан халыҡта­рының телдәре буйынса закондар беҙгә тулыһынса Рәсәй Федерацияһы ерендә мөмкинлек бирә. Был ҡанундар нигеҙендә беҙгә үҙ телебеҙҙә белем алыу өсөн кәрәкле күләмдә милли балалар баҡсаһы, милли мәктәп, кластар, төркөмдәр асыу һәм уларҙы эшләтеү өсөн шарттар булдыра. Һәм был мөмкинлекте һайлау – ата-әсәләрҙең ҡарамағында. Ата-әсәләргә балаһына белем бирер мәктәпте, предметтарҙы, уҡытыу телен һайлау, уҡыу пландары методикалары менән танышыу, мәктәп эшенә идара итеүҙә ҡатнашыу хоҡуғы ла бирелгән.


– Мәғариф учреждениеларының бурысы нимәлә?

– Дәүләт мәғариф учреждениеларында ата-әсәләрҙең теләге буйынса шарттар булдырылырға тейеш. Ябай ғына итеп әйткәндә, был процестың ҡағиҙәләре бар. Ата-әсәләрҙән теләк һәм ғариза, дәүләт мәғариф учреждениеларынан шарттар булдырыу мотлаҡ икәнен хәҙер аңларға ваҡыт. Тик бөтәһе лә шулай ябай ғына килеп сыҡмай шул. Төрлө сәбәптәр арҡаһында – уҡытыусы юҡ, балалар һаны етмәй, һәр саҡ үҙгәреп торған закондарға ярашлы китаптар, әсбаптары юҡ һәм башҡа төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсәләр ябыҡ ишек алдында тороп ҡала.


– Ә нимә эшләргә һуң?

– Ошондай хәлдә ҡалған милләттәштәребеҙҙе йыл ярым эшләп килгән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янында Республика ата-әсәләр комиссия­һына саҡырабыҙ. Бергә эшләргә, килеп сыҡҡан мәсьә­ләләрҙең хәл итеү юлдарын табырға кәрәк. Теле­беҙҙең, милләтебеҙҙең, балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн хәлдән килгән эште хоҡуҡи яҡтан дөрөҫ итеп башҡарырға.


– Комиссия маҡсаттары?

– Башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау. Туған телен предмет булараҡ өйрәнгән уҡыусылар һанын арттырыу өҫтөндә эшләү. Башҡорт төркөмө, башҡорт балалар баҡсаһын асыу, башҡорт кластарын асыу эшендә ата-әсәләргә аңлатма ярҙам биреү. Һәр баланың туған телдә уҡыу хоҡуғын яҡлау. Уҡыу шарттары, дәреслектәр, әсбаптар менән тәьмин итеү һорауҙары һәм туған телдә уҡыу өсөн башҡа мөмкинлектәр булдырыу йүнәлештәре буйынса дәүләт органдары менән эш алып барыу. Иң мөһиме, ғаиләлә туған телдә мөхит булдырыу, уны һаҡлау, балаларҙы туған телдә тәрбиәләүҙә төп яуаплылыҡ атай-әсәйҙәр иңендә булыуын пропагандалау, аңлатыу.


– Дәүләт тарафынан ярҙам була башланы түгелме?

– Эйе, әлеге ваҡытта дәүләт яғынан да әҙләп кенә телде өйрәнеүгә мөмкинлектәр булдырыу өсөн аҙымдар бар. Мәҫәлән, беренсенән, башҡорт теленән әсбаптар федераль исемлеккә индерелде һәм бөгөн Мәғариф министрлығы Башҡортостан мәктәптәрен дә, күрше төбәктәрҙекен дә тәьмин итергә әҙер. Икен­сенән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада федераль исемлеккә индерелде. Тимәк, еңеүселәргә юғары уҡыу йорттарына кергән саҡта өҫтәмә балл бирелә. Өсөнсөнән, башҡорт теленән берҙәм дәүләт имтиханы булдырыу йүнә­лешендә эш алып барыла. Дүртенсенән, башҡорт телен өйрәнеү өсөн заманса интернет ресурстары булдырыла. Беҙҙең башҡа бик күп ата-әсәләрҙән килгән тәҡдим, талаптар проектҡа индерелгән һәм артабан хәл итеү эше алып барылыр тигән өмөт, ышаныс бар. Телебеҙҙең киләсәге яҡты булыр. Эш инде беҙҙән – ата-әсәләрҙән тора.
Читайте нас: