Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Октябрь 2019, 10:57

“Башҡорт ҡаны – тамырҙарымда”

Магнитогорскиҙы Силәбе өлкә­һен­дәге ҡала тип ҡараған да юҡ инде ул, дөрөҫөн әйткәндә, сөн­ки Әбйәлил районы менән күрше был төбәк ҡасандыр аҫаба баш­ҡорт ерҙәре булған, шуға күрә хатта хоккейҙа ла бит әгәр “Салауат Юлаев” плей-офта төшөп ҡалһа, беҙ Әбйәлил районының “Металлург” командаһы өсөн “сирләй” башлайбыҙ. Был шаярыу ҡатыш фекерҙәр – беҙҙең тормошобоҙҙан, шуға күрә унда Башҡорт әҙәбиәте көндәренә бик илһамланып барҙыҡ.

Милли рухҡа тоғролоҡ


Магнитогорск ҡалаһының башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре китапханаһында Башҡортостандың 100 йыллығына арнал­ған Башҡорт әҙәбиәте көндәре “түңәрәк өҫтәл”дән башланып китте.


Сараны ойоштороусылар – Башҡорт­остан Республикаһының Силәбе өлкәһен­дәге вәкиллеге, Магнитогорск ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы, М. Аҡмулла исемендәге Силәбе өлкәһе әҙәби ойошмаһы, Магнитогорскиҙың “Көмөш ҡаурый” әҙәби берекмәһе, Силәбе өлкәһе ҡоролтайының Магнитогорск бүлексәһе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының сәләмдәрен тапшырып, төбәктәргә республика етәкселеге лә ҙур иғтибар бүле­үен әйтеп киттем. Сараға бит Магнито­горскиҙың ғына түгел, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ, Арғаяш, Агаповка, Ҡыҙыл район­дарынан, Силәбенең үҙенән дә милләт­тәштәребеҙ килгәйне.


Магнитогорск менән Башҡортостанды электән килгән рухи аралашыуҙар бәйләй, тип әйтеү хатта бер ни тиклем дөрөҫ тә түгел кеүек, сөнки был ике төбәк даими ҡатнашып йәшәй, бында айырма һиҙел­мәй. Шулай ҙа төбәк башҡорт­тарына иғтибар бүлеү – ул төп йорттоң бурысы. Был хаҡта үҙенең сығышында Магнитогорск башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Азамат Әхмәтҡужин да әйтеп китте. Ул: “Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, бында башҡорттар яҡынса ун биш мең, тиҙәр, был һан ысынбарлыҡҡа тап килмәй, был ҡалала кәмендә утыҙ меңдән ашыу баш­ҡорт йәшәй. Бына әлеге кеүек осра­шыу­ҙар Башҡортостан менән араны нығыта. Ә хәл итәһе мәсьәләләр юҡ түгел. Шуға күрә беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының ярҙамын көтәбеҙ!” – тине. Бындай саралар Магнитогорскиҙың үҙендә йылына икешәр тапҡыр ойошторола икән.

“Түңәрәк өҫтәл”де М. Аҡмулла исемен­дәге Силәбе әҙәби ойошмаһы һәм Силәбе, Ҡурған өлкәләре башҡорт теле уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡамса Мортазин алып барҙы һәм был сараның төп маҡсаты V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында һәм I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылар съезында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән төбәк пландарын ҡарау икәнен әйтте.


Һәр төбәктә бөгөн иң киҫкен булып тор­ған мәсьәлә – ул башҡорт телен өйрәнеү. Шуныһы ғәжәпләндерә: беҙҙең атай-әсәйҙәр балаларына үҙҙәре үк туған телде өйрәтергә теләмәй. Башҡортостан Мәғариф министрлығы дәүләт программаларын һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова үҙ сығышында: “2018/2019 уҡыу йылында Силәбе өлкә­һенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ районда­рының белем биреү учреждениеларында 2927 уҡыусы башҡорт телен үҙләштерҙе. Уларға Мәғариф министрлығы тарафынан даими рәүештә ярҙам күрһәтергә тыры­шабыҙ. Быйыл “Башҡортостан Республи­каһының дәүләт һәм туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында Силәбе өлкәһенән 25 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһына квалификацияны камиллаштырыу курстарында бушлай уҡыу ҡаралған. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыу әсбаптары менән дә тәьмин итәсәкбеҙ. Был йүнәлештә эштәр дәүләт программаһына ярашлы йыл һайын алып барыласаҡ”, – тине. Ул шулай уҡ бүтән төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең балаларын башҡорт мәҙәниәтенә, тарихына, теленә ылыҡтырыу ниәтенән Башҡортостан Республикаһында йәйге мәлдә профилле лагерҙарға йәлеп итеү хаҡында әйтте. 2018 йылда ике уҡыусы шул лагерҙа түләүһеҙ ял иткән. Әлбиттә, был күрһәткес аҙ, әммә башланғыс бар бит. Мәғариф министрлығы планында сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәш­тәребеҙ балалары өсөн айырым лингволагерь булдырыу буйынса эш алып барыла икән. Бик шәп булыр ине. Был осраҡта йыл һайын Силәбе өлкәһенән 30 башҡорт балаһын йәлеп итергә мөмкинлек тыуа.


Белеүегеҙсә, был лагерҙарҙа уҡыусы­лар Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте буйынса мәғлүмәт алып ҡына ҡалмай, ә тәбиғи ҡомартҡыларға сәйәхәт ҡыла, фәҡәт башҡортса аралаша, башҡорт милли уйындарын уйнай. Силәбе өлкәһенең мәғариф өлкәһендә үҙ ҡаҙаныштары бар. Әйтәйек, ошо “түңәрәк өҫтәл”де алып барған ғалим, шағир Ҡамса Мортазин бер ваҡытта ла республика менән бәйләнешен өҙмәне, киреһенсә, даими рәүештә сараларға баш йорттан вәкилдәр саҡырып тора. Уның ошо яҡта Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының етәксеһе итеп һайланыуы ла – эҙмә-эҙлекле эштең һөҙөмтәһе. Йәнә лә Мәғариф министр­лығы ойошторған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 2019” төбәк-ара конкурсында Силәбе өлкәһенән Айһылыу Шәрипова “Профес­сия­һына тоғро ҡалыу” номинацияһында еңеү яулауы – Силәбе өлкәһе баш­ҡорттарының милли рухҡа, Башҡортос­тандан ситтә йәшәп тә телгә, әҙәбиәткә тоғролоҡ һаҡлауына асыҡ миҫал.


Даими рәүештә ойошторолоп торған башҡорт теле һәм әҙәбиәте төбәк-ара олимпиадаһына Силәбе өлкәһенән уҡыусылар йыл да саҡырыла. Быйылдан алып был олимпиада Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының 2019/2020 уҡыу йылында үткәреләсәк олимпиадалар, интеллектуаль һәм ижади конкурстар исемлегенә индерелде. Тимәк, башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында ҡатнашҡан балаға һәм уны әҙерләгән уҡытыусыға өҫтәмә матди яҡтан бүләкләү һәм артабан Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү ваҡытында преференциялар бирелә.


Яңы һулыш тойола


“Туған тел илселәре” акцияһы ла сит төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарға туған телде өйрәнеү өсөн онлайн шарттар тыу­ҙыра: аҙна һайын йәкшәмбе иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Башҡортос­тан­дың иң тәжрибәле башҡорт теле уҡы­тыу­сылары дәрестәр ойоштора. Әйткәндәй, акцияға сит илдәр ҙә ҡушылды. Ҡат­нашырға теләгәндәр, basheasy.com сайтында теркәлеп, Интернетҡа тоташҡан компьютер йәки телефон аша инә ала.


Магнитогорск ҡалаһы хакимиәте мәғариф идаралығының өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Виктория Засова ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм ҡала башҡорттарының төбәк сараһында әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Ул шулай уҡ: “Магнитогорскиҙа милли байрамдар, телдәрҙе өйрәнеү, ғөмүмән, ике төбәктең үҫешенә өлөш индерерлек саралар бары хуплана ғына”, – тине. Был урында Магнитогорскиҙың башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре китапханаһына М. Аҡмулла исемен биреү идеяһын күтәргән был “түңәрәк өҫтәл” ҡарарҙарының береһе, моғайын, хупланыр тип көтәйек. Аҡмулла – ул төрки донъяһы ҡаҙанышы, рухи байлығы. Башҡорт мәғрифәтсеһенең ижады ҡаҙаҡтарҙа ла, башҡа төрки халыҡ­тарҙа ла киң өйрәнелә.


Республика ата-әсәләр комиссияһы урынбаҫары Айгөл Атанова телде өйрәнеү буйынса эшлекле кәңәштәрен еткерҙе. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Сафина Хәкимова, Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән милләттәштәрен байрам менән ҡотлап: “Был сара аралашыуға, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә яңы һулыш индерер”, тигән теләген белдерҙе.


Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Тамара Юлдашева “түңә­рәк өҫтәл”гә йыйылғандарҙы байрам менән тәбрикләне, китаптар бүләк итте. Шағир Хисмәтулла Юлдашев башҡорт рухын һаҡлап йәшәгән милләттәштәргә рәхмәт белдерҙе. Яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова туған телде һаҡлауға иғтибар бүлерлек саралар кәрәклеген билдәләне. Әйткән­дәй, китапхана мөдире Резида Ғайсина әйтеүенсә, Башҡортостандан даими рәүештә китаптар килеп тора икән, әҙәби баҫмаларға ҡытлыҡ юҡ. Шулай ҙа баш­ҡорт яҙыусылары үҙҙәренең йыйын­тыҡ­тарын күрше өлкә китапханаларына бүләк итһә, бик шәп булыр ине. Бөгөн бында 12 меңдән ашыу китап бар.


Учалы районы башҡорттары ҡорол­тайы рәйесе, шағир Фәнил Бүләков, “яҡ­таштарыма ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙермен”, тине. Эйе, Учалы менән Магнитогорск араһы яҡын, күрше төбәктәр ҙә. Учалы районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Зилә Шәрәфетдинова, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу бу­йынса сығыш яһап, Силәбе өлкәһе башҡорттарына учалыларҙың ярҙамға килергә әҙерлеген белдерҙе. Бына шундай ихлас ярҙам итергә торған милләт­тәштәребеҙҙең йәмәғәт ойошмаларында эшләүе, милләтем тип янып йөрөүе менән дә көслө ул Ҡоролтай. Бында башҡа төрлө юл юҡ – бары тик бер-беребеҙгә ихлас ярҙам, ҡеүәтләү, ошо заман шарттарында тыуған ҡанундар нигеҙендә мил­ләтте ҡурсалау. Башҡортостан Яҙыусы­лар союзы ағзаһы Әҡлимә Сафина ла китапхананы китаптар менән байытты. Рәй­лә Хисмәтуллина, Фәнүзә Биктимерова, Гөлъямал Нәжмиева сарала ҡат­нашыусыларға шиғырҙарын бүләк итте.


Силәбе өлкәһенең Агаповка районынан килгән Рәйес Ғүмәров ағай Рәсәй төбәктәрендә башҡорт баҫмаларына яҙылып булмауын белдерҙе. Әйткәндәй, уның кеүек башҡорт матбуғатын алдыра алмай яфаланғандар башҡа төбәктәрҙә лә бар. Рәсәй почтаһының рәсми сайтында теркәлеп, онлайн тәртибендә яҙылырға ла була.


Силәбе өлкәһендә өлкән быуын телде яҡшы белһә лә, йәшерәктәр телдән ситләшкән. Был күренеш республи­кабыҙҙа ла аҙым һайын, шуға күрә беҙ уларға, ниңә телде белмәй балаларығыҙ, тип әйтә алмайбыҙ. Етмәһә, шарттар ҙа юҡ. Быйылдан барыһы ла ыңғай яҡҡа үҙгәреп бара, ошо эшкә үҙебеҙ ҙә әүҙем ҡушылырға бурыслыбыҙ.


Силәбе өлкәһенең ҡайһы бер райондарына Сибай ҡалаһы яҡын. Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбова тап үҙҙәренә уҡырға килеү мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Быйыл улар дәүләт телдәрен һаҡлау буйынса Башҡортостан Башлығы грантын отҡан. Бөгөн респуб­ликаның бары тик ун интернатына ғына сит өлкә балалары уҡырға инә ала. Шул уҡ ваҡытта беҙгә һәр баланың ата-әсә тәрбиәһендә үҫергә тейешлеген дә оноторға ярамай.


2024 йылға республикала күп профилле 14 полилингваль мәктәп үҙ ишек­тәрен аса. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, уларҙа өс телдә – башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә уҡытыла.


Әйткәндәй, Әбйәлил районы хаки­миәтенә Силәбе өлкәһенең Агаповка, Ҡыҙыл райондары башҡорт балаларын шефлыҡҡа алыу тәҡдиме әйтелде был сарала. Ә Учалы районы башҡорт теле буйынса оҫталыҡ дәрестәрен Арғаяш райондарында үткәрергә йыйына. Резолюцияға ярашлы, быйылғы уҡыу йылында мәктәп уҡыусылары араһында Аҡмулла уҡыуҙары уҙғарыу, 2020 йылда башҡорт телен уҡытыу буйынса төбәк-ара конференция ойоштороу ҙа ҡаралған. Шулай уҡ Башҡортостандың 100 йыл­лығына арнап, “Силәбе башҡорттарының рухи донъяһы” тип аталған ике телдә антология сығарырға ла ниәтләйҙәр.


Бигерәк тә Магнитогорск башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһына М. Аҡ­мулла исемен биреү, “Магнитогорский рабочий” гәзитенең айына бер битен башҡортса сығарыу һәм башҡорт телен өйрәнеү эшен киң йәйелдереү мәсьә­ләләрен иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе, тип ҡуйҙы силәбеләр. Әйткәндәй, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Сафина Хәкимова башҡорт телендәге махсус битте үҙе әҙерләп, мөхәррирләргә әҙер, бары тик мөмкинлек кенә кәрәк, ти әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы.


Мәшһүр ғалим, башҡорт ҡоролтайы башланғысында ҙур эштәр атҡарған Дамир Вәлиевтең, күренекле шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың юбилей сараларын уҙғарыу хаҡында ла әйтелде резолюцияла.


“Бөйөк Ватаным һин!”


Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар артабан Магнитогор­скиҙың Дуҫлыҡ йортонда дауам итте. Унда беҙҙе милли кейемдәрҙә ағинәйҙәр йырлап-бейеп ҡаршы алды. Китаптар, милли кейемдәр, түшелдеректәр күргәҙ­мәһе Башҡортостанда ойошторолған сараларҙан һис кәм түгел ине. Ә инде бында уҙған әҙәби-музыкаль кисәне улар “Башҡортостан – бөйөк Ватаным һин!” тип атаған. Ниндәй тәрән һөйөү һәм мәртәбә ята был исемдә!


Сара сиктәрендә Дуҫлыҡ йортонда Сибай сәнғәт колледжы студенттарының күргәҙмәһе асылды. Эштәрҙә Башҡортос­тан тарихы сағыла. Был күргәҙмәне күреп, шаҡ ҡаттым! Студенттарҙың башҡорт тарихын, рухи моңон тойоп төшөргән һүрәт­тәре үҙе бер йәме булды сараның.


Магнитогорск ҡала хакимиәтенең мә­ҙәниәт идаралығынан Елена Лисневская, байрам менән тәбрикләп, Рәхмәт хаттарын Башҡортостан делегацияһына, Силә­бенең әүҙем башҡорттарына тапшырҙы.


“Ҡарлуғас” фольклор һәм “Йәшлек” бе­йеү ансамблдәре сығышы байрамға нур бирҙе. Әйтерһең, Башҡортостандан бер ҡайҙа ла китмәгәнбеҙ! Афарин, милләттәштәр! “Ялҡын” ансамбленең солисы Илүзә Вәлиеваның сығышы ла бик матур булды.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы дәүләт программаларын һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова менән беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы, “Башҡортостан” гәзите һәм Мә­ғариф министрлығы исеменән Рәхмәт хаттары менән шулай уҡ иң әүҙемдәрҙе бүләкләнек.


Магнитогорск ҡала депутаттары йыйылышы исеменән сығыш яһаған Дмитрий Мельников шулай уҡ уңған милләт­тәштәребеҙҙе тәбрикләне һәм ҡалала башҡорт шәхестәре хөрмәтенә урамдар ҙа асырға булыр ине тигән фекер әйтте. Әйткәндәй, бында Салауат Юлаев, Бәләбәй, Өфө урамдары бар.


“Шатлыҡ” балалар ансамбленең сығы­шы сараның өмөтө, ҡото булды. Етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүзә Исхаҡова. Һәр ваҡыт үҙем өсөн дә, башҡаларға ла әйтә киләм: әгәр беҙҙең сараларҙа балалар, йәштәр ҡатнашмай икән, уны уҙғарып тороуҙың кәрәге лә юҡ. Бер-беребеҙгә аҡыл һатыуҙан ни файҙа?!


Дуҫлыҡ йортонда Башҡорт бүлмәһе бар, унда беҙҙең милләттәштәребеҙ шөғөлләнә. Музейҙа башҡорттар тарихына арналған мөйөш тә булдырылған.


Тыуған яҡты өйрәнеүсе Динислам Ғәлин сарала ҡатнашҡандарға ҙур ихласлыҡ менән китаптарын бүләк итте, башҡорт тарихын өйрәнергә саҡырҙы.


Магнитогорскиҙа уҙған Башҡорт әҙә­биәте һәм мәҙәниәте көндәре киләсәккә эшлекле сараларға нигеҙ һалды!

Читайте нас: