Йыл башынан Стәрлебаш районы территорияһында 44 янғын сыҡҡан, унда дүрт кеше һәләк булған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда уларҙың һаны 144 процентҡа артҡан. Нигеҙҙә улар шәхси секторҙа сыҡҡан.
Көндәр һалҡынайтыу менән күптәр мейес яға һәм электр йылытҡыстарын файҙалана башлай. Йыш ҡына янғындар мейесте артыҡ ныҡ яғыуҙан, унда ярыҡтар булыуҙан, ут тоҡандырыу өсөн тиҙ ҡабынып китеүсе шыйыҡсалар ҡулланыуҙан, иҙәнгә утлы күмер төшөү һөҙөмтәһендә килеп сыға. Шулай уҡ янып торған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырыу осраҡтары ла йыш күҙәтелә. Айырыуса ҡаты һыуыҡтарҙа мейесте көнө буйына яғыусылар бар, һөҙөмтәлә, мейес ныҡ ҡыҙа, әгәр ҙә ағас стенаға йәки мебелгә тейеп тора икән, янғын сығыу хәүефе бар. Һауа температураһының түбәнәйә башлауы менән электр йылытыу приборҙарын ҡулланыу осраҡтары ла йышая, һөҙөмтәлә, электр үткәргестә көсөргәнеш тә арта.
Янғын хәүефһеҙлеге талаптары нормаһына һәм ҡағиҙәләренә тап килгән йорт (фатир) унда йәшәүселәрҙең ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлеге гаранты булып хеҙмәт итеүен иҫтә тоторға кәрәк. Йорттарын мейес яғып йылытҡан торлаҡ йорт хужаларына унда йәшәүселәргә йылытыу миҙгеле башланыр алдынан мейестең ҡоролошона, шулай уҡ уны файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәүгә иғтибар итергә кәрәк. Мейестең һәм төтөн юлының төҙөклөгөн мотлаҡ тикшереп торорға, ремонтларға һәм ҡоромдан таҙартырға, ярылған урындарын балсыҡ-ҡом ҡатнашмаһы менән һыларға, сарҙаҡта, ҡыйыҡта мөрйәне аҡларға кәрәк. Өс айға бер тапҡыр мейестең төтөн юлдарын йыйылған ҡоромдан таҙартыу мөһим.
Мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек йәһәтенән түбәндәге талаптарҙы иҫтә тоторға кәрәк: мейес һәм башҡа йылытыу ҡорамалдары янында янғынға ҡаршы бүлемдәр (отступ), шулай уҡ мейес алдында ағас иҙәндә 50х70 см ҙурлыҡта тимер киҫәге булырға тейеш.
Мейес янында һәм уның өҫтөндә тиҙ тоҡанып китеүсе әйбер һәм материалдар һаҡларға, кер киптерергә ярамай. Изоляцияһы, розеткаһы, рубильнигы төҙөк булмаған электр үткәргестәрҙе һәм кабелдәрҙе файҙаланыу тыйыла. Бер юлы бер нисә ҡеүәтле электр приборын ҡабыҙыу, ваҡытлыса ҡуйылған электр үткәргесте файҙаланыу, ҡулдан эшләнгән электр йылытыу ҡорамалдарын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
Электр йылытыу приборҙарын тәҙрә пәрҙәләре, мебель һәм башҡа тиҙ тоҡанып китеүсе әйберҙәр янына ҡуйырға ярамай. Йылытҡыс янмай торған таяуҙарҙа торорға тейеш. Иң мөһиме - электр йылытыу приборҙарын, шулай уҡ башҡа көнкүреш электр ҡорамалдарын ҡабыҙылған килеш ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.
Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, йортоғоҙҙо, мөлкәтегеҙҙе янғындан һаҡлап ҡала алырһығыҙ.
Янғын сыҡҡан осраҡта 01 йәки 112 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.