Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Октябрь 2019, 11:26

Ватанға хеҙмәт итергә әҙер!

1 октябрҙән илдә көҙгө призыв башланды, тимәк, оҙаҡламай, Рәсәй армияһы сафтары һалдаттар - Ватанды һаҡлаусылар менән тулыланасаҡ. Традицияға ярашлы, уларҙы хеҙмәткә алыр алдынан, районда «Призывник көнө» тип аталған тантана үткәрелә. Сираттағы сара уҙған йома көндө булды.

Ул М.Ғ.Мәхмүтов исемендәге район тыуған яҡты өйрәнеү музейына барыуҙан башланды, унда призывниктарға фәһемле экскурсия үткәрелде, ә «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында буласаҡ һалдаттарҙы, үҙҙәре әйтеүенсә, ауыр булмаған һынауҙар көттө. Буласаҡ һалдаттар атыу, турникта күтәрелеү (ГТО элементтары), автоматты һүтеп-йыйыуҙа, противогаз кейеүҙә һәләттәрен күрһәтте.

- Спорт менән бала саҡтан дуҫ, хоккейҙа уйнаным, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы өсөн көйәрмәнлек итәм, - ти буласаҡ һалдаттарҙың береһе, Первомайский ауылынан Алмаз Мөхәмәтйәров. Алмаз Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалын тамамлап, «Автомеханик» белгеслеге алған, ул уға хеҙмәт иткән ваҡытта ла кәрәк булыуы ихтимал.

- Еңел атлетика менән шөғөлләнергә, футбол уйнарға яратам, - тип ҡушылды беҙҙең әңгәмәгә Николай Виденеев. Әлеге ваҡытта ул Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала. - Академик отпуск алып, хеҙмәт итеп ҡайтам да, уҡыуымды дауам итәсәкмен, - тип киләһе йылға пландары менән уртаҡлашты егет.

Беҙҙең райондан әлеге көҙгө призывта 14 егет хеҙмәткә алына. 23 октябрҙә уларҙың ҡайһы берҙәре армия сафтарына оҙатыласаҡ. Был көндө район хакимиәте, хәрби комиссариат, дин вәкилдәре буласаҡ Ватанды һаҡлаусыларға изге теләктәрен белдерҙе. Һәр призывникка ҙур булмаған бүләк тапшырылды, ә район Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары уларға музыкаль бүләк сифатында моңло йырҙар башҡарҙы.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: