Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Октябрь 2019, 11:24

Уны хеҙмәт һәм тормош сыныҡтырған

Үрге Гөлөм ауылында йәшәүсе Әғләм Шәймәрҙәновтың (һүрәттә) хеҙмәт стажы 45 йыл. Төрлө йылдарҙа төрлө өлкәләрҙә эшләй - электрсы, киномеханик була һәм хатта ферма эшендә лә үҙен яҡшы хеҙмәтсән булараҡ күрһәтә. Оло йәштәге тормош һөйөүсән кеше бөгөн дә әүҙем йәшәй - шәхси хужалығында эре малды ғына һигеҙ баш тота! Бынан тыш, күпләп ҡаҙ үҫтерә, йәшелсә һәм картуф баҡсаһын ҡарап өлгөрә. Улар, билдәле булыуынса, үҙҙәренә ҙур иғтибар талап итә. Әүҙем һәм айыҡ йәшәү рәүеше алып бара.

Әғләм Ғәбделвәли улы крәҫтиән хеҙмәтен иртә татый. 14 йәшлек малай йәйге каникулда колхозға бесән әҙерләүҙә ҡатнаша. Ат менән бесән тырмай. 8 класты тамамлағандан һуң техника менән мауыҡҡан үҫмер комбайнсы ярҙамсыһы булып бара. Зәбир Мостафин менән икеһен тәжрибәле комбайнсы Минихан Мостафин ҡанаты аҫтына ала, ул йәш коллегаларын дала карабына идара итеү оҫталығына өйрәтә лә инде. Әғләмгә эш оҡшай, әммә ул ваҡытлы була. Шуға күрә егет Петровское һөнәрселек-техник училищеһына уҡырға инеп, бер йылдан электромонтер һөнәрен үҙләштерә. Училищенан һуң Әғләм шул уҡ команда - остазы Минихан ағай һәм бала саҡ дуҫы Зәбир менән тағы ике миҙгел урып-йыйыу эштәрендә ҡатнаша.

1969 йылдан 1971 йылға тиклем Ә.Шәймәрҙәнов Венгрияла артиллерия часында армия хеҙмәтен үтә. Армиянан һуң йәнә еңел булмаған көндәлек тормошта йәшәй башлай - Гөлөм бригадаһы ырҙын табағында ашлыҡ таҙартыу машиналарының электр ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү буйынса электрсы булып эшләй.

Дөйөм алғанда, хужалыҡ буйынса электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм йүнәтеү буйынса ауыр һәм күләмле эштәрҙе Ямғырсы бригадаһы электромонтерҙары Йәүҙәт Ғиниәтуллин, Наил Кашапов, Рәйес Исмәғилевтар менән бергәләп башҡаралар. Туған хужалығында энергетик вазифаһында ул 28 йыл эшләй. 1981 йылда «Техник-электрсы» белгеслеге буйынса техникум тамамлай.

- 1976 йылда, беҙҙең хужалыҡ «Сельэнерго» район берләшмәһенә (рәйесе Х.Б.Ибәтуллин) ҡушылғандан һуң, ауылға электр үткәрелә башланы, - тип хәтерләй ветеран. - Тиҙ темпта мал аҙығы әҙерләү, һыу менән тәьмин итеү, тиреҫ түгеү, машина менән һыйыр һауыу, вентиляция, малсылыҡ биналарын яҡтыртыу процестары механикалаштырылды. Был саралар колхозсыларҙың ҡул хеҙмәтен еңеләйтеүгә, шулай уҡ эре мал һанын һәм уның продуктлылығын арттырыуға булышлыҡ итте.

Ямғырсы ауылында 1985 йылда сәғәтенә өс тонна ашлыҡ киптереү агрегаты эшләй башлай. Әғләм Ғәбделвәли улы 80-се йылдарҙа уҡ эшләй башлаған һыу башняһы һәм уға һуҙылған электр линияһы әлеге көндә лә Үрге Гөлөм ауылы халҡына хеҙмәт итеүенә ғорурлана.

«Урал» хужалығы «Сельэнерго»ның барлыҡ яңы башланғыстарында тиерлек һынау полигоны була. Бында районда тәүге етештереү объекттарында (һөтсөлөк фермаһы, МТМ, клуб, мәктәп, колхоз идараһы) ЭПЗ - 100 һыу йылытыу ҡаҙанлыҡтары ҡуя башлайҙар һәм практикала уларҙың һөҙөмтәлелегенә инаналар. 90-сы йылдар аҙағында Р.Б.Кәримов етәкселегендә «Сельэнерго» (директоры Ф.Х.Мөхәррәмов) һәм урындағы электрсылар ярҙамы менән барлыҡ етештереү һәм социаль объекттарҙа экономиялау маҡсатында иҫәп приборҙары ҡуйыла. Хатта ошо темаға хужалыҡ-ара семинар ҙа үткәрелә.

1999 йылдан алып 2009 йылға тиклем Әғләм Ғәбделвәли улы фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Ҡуртымға алынған 37 гектар ерҙә бөртөклө культуралар үҫтерә. ДТ-75, Т-40 тракторҙары һәм тағылмалы инвентарь һатып ала. Фермерҙың ашлыҡ йыйыу комбайны ла була. Еңел булмаған фермерлыҡ эшен алып барырға уға Роберт Моратшин, Рәфҡәт Иҙрисов ярҙам итә. Элекке фермер Хәйҙәр Сәхипгәрәевтең ер участкалары Сәрүәр Әбүбәкировҡа ҡуртымға бирелеүенә һәм уның ерҙә хужаларса эшләүенә Әғләм Ғәбделвәли улы бик ҡәнәғәт.

Ветерандың наградалары бихисап. Ул - 1979 йыл йомғаҡтары буйынса социалистик ярыш еңеүсеһе, быны күкрәккә таға торған билдә дәлилләй. В.И.Лениндың 110 йыллығы хөрмәтенә грамотаһы бар. КПСС райкомының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.

Наилә Әсхәт ҡыҙы менән ҡорған татыу ғаиләлә өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән улдары Альберт, урман техникумын тамамлап, бер ни тиклем ваҡыт урмансы булып эшләй, һуңынан һөнәрен үҙгәртеп - Ямалға эшкә китә, шул уҡ ваҡытта нефть тармағы буйынса юғары белем ала. Икенсе улы ла урман техникумын тамамлай. Бөгөн Илнур Өфөлә эшләй. Бәләкәй улдары Айнур Стәрлетамаҡта йәшәй һәм Яҡутияла эшләй.

Наилә Әсхәт ҡыҙы ла ауыл хужалығы тармағы буйынса юғары белемгә эйә була. Уның хеҙмәт биографияһы малсылыҡ тармағы менән бәйле була. 1971 йылда фермала һауынсы булып эш башлай, һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыусы булып эшләй, бер нисә йыл фермаға уңышлы етәкселек итә, уны районда алдынғы позицияларға сығара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты сир уның ғүмерен бик иртә өҙә... Әммә тормош бер урында тормай. Ваҡытынан алда үҙҙәренең икенсе яртыларын юғалтҡан Әғләм һәм Әлфиә яҙмыштарын бәйләп, бына 11 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр.

Бөгөн хөрмәтле Әғләм Ғәбделвәли улы 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Тормош уны һәйбәт ваҡиғалар менән генә шатландырһын, ә сәләмәтлеге һәр ваҡыт ныҡ булһын! Рәфҡәт БАСИРОВ. Стәрлебаш ауылы.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: