Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Октябрь 2019, 14:37

Уҡыусыларының ауыҙына скотч йәбештергән

Татарстандың Әлмәт ҡалаһындағы бер мәктәптә була был хәл.

Дәрестә балалар ҡысҡырып һөйләшкән өсөн, ҡайһы бер шуғыраҡтарының ауыҙын уҡытыусы скотч менән йәбештерә. Был турала беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре белеп ҡалып, полицияға мөрәжәғәт итә.


Хәл ҡуйыра башлағас, уҡытыусы шунда уҡ үҙ теләге менән эштән киткән. Прокуратура тикшереү эштәре башлаған.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/u-yusylaryny-auy-yna-skotch-y-beshterg-n/
Читайте нас: