Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Октябрь 2019, 14:39

Оҫталарға тауыш бирәйек!

Башҡортостан юлдаш телеканалының "Бай баҡса" тапшырыуын күптәр яратып ҡарай. Уның "Ҡулыңдан ҡыуан" осталар конкурсы ла танылыу яуланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект март айынан октябрь айынаса үтә. Унда баҡса ҡаралтылары, теплицалары төҙөүселәр, сүкеп тимерҙән әйбер эшләүселәр, йорт кәрәк-яраҡтары, баҡсаға, ихатаға ҡуя торған фигуралар яһаусылар ҡатнаша алды.


Быйылғы ярышта ҡатнашыусылар күп булды. Ойоштороусылар иң-иңдәрҙән "Бай баҡса" программаһында сюжеттар яһаны. Өфө, Белорет, Миәкә, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Ҡыйғы, Балаҡатай, туймазы, Бөрйән, Мишкә райондарынан барлығы 17 оҫта күрһәтелде.


Бөгөндән, йәғни 22 октябрҙән 31-нә тиклем БЮТ сайтында СМС-хәбәрҙәр ебәреп, тауыш бирергә мөмкин. Иң күп тауыш йыйыусы оҫтаға бағыусынан бүләк - Туймазы торба заводы әҙерләгән беседка биреләсәк.


Еңеүсе 2 ноябрҙә иртәнге сәғәт 12-се яртыла Башҡортостан юлдаш телеканалының "Бай баҡса" тапшырыуында билдәләнәсәк.


Дуҫтар, әүҙемерәк булығыҙ!


Тауыш биреү өсөн һылтанма буйынса үтегеҙ, унда барыһы ла аңлатылған:



Читайте нас в