Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Октябрь 2019, 11:31

Мөьминов М.М.

19 октябрҙә, 93-сө йәшендә һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөьминов Миңлеғәли Мәннән улының йөрәге тибеүҙән туҡтаны.М.М.Мөьминов 1927 йылда Хәлекәй ауылында тыуа. 1942 йылда колхозда тракторсы булып эш башлай.

1944 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Уҡсылар дивизияһы составында рус-япон һуғышында ҡатнаша.

1950 йылда демобилизациялана. Нефть тикшереүҙә эшләй. 1967 йылда Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрификациялау техникумын тамамлай. 1969 йылда Матросов исемендәге туған колхозына ҡайта. Намыҫлы хеҙмәте, эшкә яуаплы мөнәсәбәте, кешеләр тураһында хәстәрлеге, һөнәри оҫталығы менән ауылдаштары араһында ғына түгел, район етәкселегенең дә абруйын яулап, байтаҡ йылдар унда инженер булып эшләй. Тап ул эшләгән йылдарҙа ауыл хужалығы машиналарын эксплуатациялау буйынса бик күп район семинарҙары Матросов исемендәге хужалыҡта үткәрелә.

Ауыл хужалығы өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн М.М.Мөьминов ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы» исеме бирелә. Тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Миңлеғәли Мәннән улының бөтә ғүмере - Тыуған иленә, яҡташтарына, ғаиләһенә хеҙмәт итеү өлгөһө, йәш быуынға үрнәк өсөн лайыҡлы миҫал. Ул ерҙә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Хеҙмәт кешеһе, һоҡланғыс ғаилә башлығы булараҡ уның тураһында хәтер күңелдәребеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр.

Р.К.Рахманғолов, Ю.Х.Рысаев, Ф.В.Исмәғилев, А.Г Иванов, Ф.А.Шаһисолтанов, В.Ғ.Шәрипова, А.Р.Мусаҡаева, И.М.Собханғолов, К.Х.Шәрәфетдинов, Ф.С.Баһауетдинов, И.Ғ.Хәлитов.
Читайте нас: