Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Октябрь 2019, 11:28

Көрәшселәр йәнә һынатманы

Күптән түгел Ишембай ҡалаһында физик культура һәм спорт отличнигы, ирекле көрәш буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, Башҡортостан Республикаһының спорт көрәше федерацияһының ветерандар советы рәйесе, СССРҙың спорт мастеры Нурулла Хисмәтуллин призына көрәш буйынса республика турниры үтте.

Чемпион исеме өсөн Ауырғазы, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Мәләүез, Миәкә, Өфө райондарынан, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Салауат, Өфө ҡалаларынан 100ҙән ашыу спортсы көс һынашты. Әлбиттә, Стәрлебаш спортсылары өсөн турнир уңышлы булды, улар йәнә юғары һөҙөмтәләр күрһәтте.

Беҙҙең көрәшселәр почет пьедесталының беренсе баҫҡысына биш тапҡыр күтәрелде! Дим Ишембәтов, Алмаз Аҡанаев, Айнур Хужин, Айнур Кинйәбаев, Илдар Моратовтар турнирҙың абсолют чемпионы булды. Аслиддин Отабоев икенсе урын яуланы. Райман Моратов, Руслан Булатов өсөнсө булдылар. Спортсыларыбыҙҙы уңышлы сығыштары менән ҡотлайбыҙ!

***

Уҙған ял көндәрендә көрәшселәребеҙ легендар көрәшсе, көрәш буйынса спорт мастеры Харис Йосопов иҫтәлегенә ярыштарҙа ҡатнашты. Турнир Салауат районында үтте.

Унда тотош республиканан 19 команда ҡатнашты. Ошо турнирҙың призерҙары иҫәбенә Илдар Моратов һәм Инсаф Фәйзуллиндың тәрбиәләнеүселәре инде: Айҙар Аҡкөбәков, Ирәндек Собханғолов, Даниил Сөләймәнов, Алмаз Аҡанаев - чемпион исемен яулаһа, Азат Фәтҡнисламов, Рәмзил Муллағолов, Марсель Мырҙагилдин, Булат Яҡупов - икенсе урын алды, Аслан Хисаметдинов, Виктор Красноженов, Дим Ишембәтов, Владимир Михалев өсөнсө һөҙөмтә күрһәтте.

Ярыш йомғаҡтары буйынса, көрәшселәрҙең кесе төркөмө дөйөм команда еңеүен яуланы.


Читайте нас: