Уны алыу өсөн халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең филиалына йәки күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итергә була. Тәүгеһендә танытма шунда уҡ бирелә, икенсе осраҡта 10 көн көтөргә кәрәк була.
Тейешле документтарҙан ата-әсәнең паспорты, никах йәки уның тарҡалыуы хаҡындағы документ, ғаилә тураһында справка, балаларҙың, шул иҫәптән уллыҡҡа, опекаға алынғандарҙың да тыуыу таныҡлығы йәки паспорттары талап ителә.
Бала алынған булһа, уларға тейешле муниципаль органдарҙың ҡарары, тыуыу таныҡлығына атаһының исеме индерелгән осраҡта, әсәнең ғаризаһы буйынса ЗАГС органдарынан справка кәрәкле.
Һуңынан республиканың ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы ошо мәғлүмәттәр буйынса интерактив карта эшләп сығарыуҙы күҙ уңында тота. Уның менән бөтә балалы ғаиләләр ҙә файҙалана аласаҡ.