Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Октябрь 2019, 11:29

Һайлаған һөнәренә тоғро табип

Ошо кеше тураһында мәҡәләмде А.П.Чеховтың: «Табип һөнәре - батырлыҡ, ул фиҙаҡәрлек, күңел һәм уй-ниәттәрҙең сафлығын талап итә» тигән һүҙҙәренән башлағым килә. Тормошта беҙгә әлеге изге һөнәр эйәләре менән осрашырға тура килә, әммә, улар араһында үҙенсәлеклеләре лә бар. Фәнис Исмәғил улы Рысаев – шундайҙарҙың береһе. Уның медициналағы йүнәлеше - оториноларингология. Ә халыҡ өсөн ул ЛОР-табип! Пациенттар һәм коллегалары уны егәрле, мөләйем, изге күңелле, һәр кем менән дә асыҡ кеше булараҡ белә.

Санитарка Мәнсүфәнең бәләкәй улы кескәй саҡтан ук табип булырға хыяллана. Был шуҡ бала йыш ҡына әсәһе эшләгән Тәтер-Арыҫлан участка дауаханаһына килеп, баш табип Рафаэль ағайҙың операция бүлмәһенән сыҡҡанын күрә. Малайға талсыҡҡан ҡараш ташлап, ул ауыр шарттарҙа ауылдаштарының тормошон еңеләйтеүен дауам итә. Кешеләрҙең уңышлы һауығыуы уға мөғжизә кеүек күренә һәм бәләкәй ҡыҙыҡһыныусан малайҙа һоҡланыу уята.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, тәү сиратта, Тыуған ил алдындағы бурысты үтәргә кәрәк була. Ул ракета ғәскәрҙәренә эләгә. Алыҫ Новосибирск ҡалаһында уны хәрбиҙәрҙең берҙәм булыуы һоҡландыра. Армияла көндәр дисциплина һәм етди тәртип менән үтә. Ошондай аныҡ үтәлгән бурыстар һәм йыйнаҡлыҡ взвод командиры Рысаевта артабанғы яҙмышын армия менән бәйләү теләге уята. Әммә медицина ла тынғы бирмәй. Шға күрә, армиянан ҡайтҡас, ул хыялын тормошҡа ашырырға керешә. Тәтер йылғаһы ярындағы хозур тәбиғәт менән хушлашып, Фәнис Исмәғил улы Башҡорт медицина институтына уҡырға китә. Медицинаны үҙләштереү баштан уҡ ауыр, әммә ҡыҙыҡлы була.

Әлеге институтты элегерәк тамамлаған ағаһы уны Дәүләкәнгә үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра. Ул шул ваҡытта урындағы дауаханала табип булып эшләй. Бер кисте ул туғанын шәфҡәт туташы Зөлфиә менән таныштыра. Икенсе курста уҡығанда йәштәр өйләнешә, ғаилә мәшәҡәттәре башлана. Студенттарҙың дөйөм ятағында комендант булып та эшләргә тура килә.

Совет армияһы сафтарында хеҙмәт итеү эҙһеҙ үтмәй. Башында хәрби медицина тураһында уйҙар бөтөрөлә. Фәнис Исмәғил улы әкренләп ниәтен тормошҡа ашыра башлай. Дүртенсе курстан һуң Куйбышев медицина институтының хәрби-медицина факультетына күсә. 1990 йылда, хәрби табип дипломын һәм медицина хеҙмәте лейтенанты исемен алып, беренсе гарнизонға ебәрелә. Хирург карьераһын Балтик буйы хәрби округында башлай. Әлбиттә, рядовой һалдатҡа яһаған беренсе операцияһын, тулҡынланыуҙан ҡулдарының нисек ҡалтырауын һәм тир бәреп сығыуын Фәнис Исмәғил улы ғүмер буйына хәтерендә һаҡлаясаҡ. Әммә ваҡыт үтеү менән ҡурҡыу юғала, үҙ-үҙеңә ышаныу барлыҡҡа килә. Медсанбатта инженер-сапер полкында начмед булып эшләү һөнәр һайлауға бәйле барлыҡ икеләнеүҙәрҙе юҡҡа сығара. Эйе, ауыр, әммә шулай кәрәк була. Армия һәр ваҡыт остазлыҡ мәктәбе булараҡ дан тота, һин бер ваҡытта ла үҙеңдең проблемаң менән яңғыҙ ҡалмайһың! Артабан хеҙмәт иткән Урал хәрби округында ла был раҫлана. Уның ғаиләһе - студент саҡта тыуған ике балаһы һәм ышаныслы тормош иптәше һәр ерҙә һәм һәр ваҡыт уның менән бергә була.

1996 йылда яҡын кешеләре сирләп китә. Өлкән йәштәге ата-әсәһе уның ярҙамына һәм хәстәрлегенә мохтаж була. Шуға күрә, ябай тормошҡа ҡайтырға тура килә. Беренсе йылда Фәнис Исмәғил улы Тәтер-Арыҫлан амбулаторияһында участка табип-терапевы булып эшләй. Ҡабул итеүҙәр үткәрә һәм беренсе медицина ярҙамы күрһәтә. Уны пациенттары табиплыҡ таланты, кешелекле мөнәсәбәте, һиҙгерлеге өсөн ярата, сөнки улар өсөн табиптың сирлеләрҙе аңлауы һәм дауалауы мөһим. Өҫтәүенә, күптәрҙе ул бала саҡтан уҡ белә. Һуңынан Фәнис Исмәғил улы Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһында ла сирлеләргә ҡарата шундай уҡ һиҙгер була. Урындағы халыҡты табип ысынлап та күңеле менән яҡын күрә. 2006 йылда йәнә хәрби карьераға ҡайта. 2014 йылға тиклем ГУФСИНда Стәрлетамаҡ балалар-тәрбиәләү колонияһында хеҙмәт итә. Подполковник Рысаевтың поликлиникаға ҡайтыуына уның пациенттары бик шатлана. Күптәр тәжрибәле табипҡа ҡабул итеүгә эләгергә тырыша. Ул әлеге көндә лә изгелекле һәм кешелекле табип: сирлеләр төрлө була, сәләмәтлеккә бәйле проблемаларҙы хәл итеүҙән тыш, кешене тыңлай белергә, уға ярҙам итергә, ә ҡайһы саҡ айырыуса тәьҫирле пациенттарға кәңәшсе лә булырға тура килә.

Фәнис Исмәғил улы йыл һайын призывниктар өсөн медицина комиссияһын үткәреүҙә ҡатнаша. Ул уларҙың һәр ҡайһыһының хеҙмәткә яраҡлылығын ентекләп тикшерә. Бер нисә йыл сәләмәтлек һағында тороп, ул һаулыҡ һаҡлау системаһының яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә: диагноздарҙы аныҡлау өсөн ҡоролмалар ҡайтыуына, профилактик саралар үткәрелеүенә һөйөнә. Халыҡ сәләмәтлеге өсөн борсолған Фәнис Исмәғил улы үҙенең шәхси күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты:

«Кешеләр профилактик тикшереүҙәрҙән ҡурҡырға һәм уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға тейеш түгел. Онкологияны иртә стадияла асыҡлаған осраҡта, ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға мөмкин. Һәр кем үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға тейеш. Диспансерлаштырыу һәм «Сәләмәтлек поезы» кеүек саралар сирҙәрҙе асыҡларға ярҙам итә».

Кисен дауахананан ҡайтҡас, ул «Спартак» футбол командаһы өсөн көйәрмәнлек итә, китаптар уҡый һәм балыҡ тоторға ярата. Фәнис Исмәғил улы һөйөклө тормош иптәше генә түгел, яҡшы атай һәм донъяла иң яҡшы олатай ҙа! Өлкән улы Иҙел МЧСта эшләй, эске хеҙмәт майоры. Ҡыҙы Аида ФСИН системаһы капитаны. Бәләкәйҙәре Адель хәрби хирург һөнәрен дауам итергә хыяллана. Погонлы етди ғаиләлә шуҡ ейән һәм ейәнсәрҙәренең шат ауаздары арыуҙан дауа һәм йәшлек сығанағы! Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: