Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Октябрь 2019, 14:57

Уҡытыусы ғәйеплеме?

Силәбе өлкәһендә 17 йәшлек үҫмер үҙ-үҙенә ҡул һала. Егеттең таныштары, быға 25 йәшлек уҡытыусы ғәйепле, тип бара.

Юрий Харисов яңыраҡ мәктәптән ҡыуыла, бер нисә тапҡыр урлашҡан өсөн хөкөм дә ителә. Эсеп рулгә ултырып та тотола. Әммә суицидҡа нимә этәрҙе икән һуң?


Ғәйеп уҡытыусыла, тиҙәр хәлде яҡындан белеүселәр: 25 йәшлек педагог йыл башынан уҡыусыһы менән осраша башлай. Юра бәйләнеште етди тип уйламай. Ҡыҙ иһә егетте нисек тә үҙенә бәйләргә уйлай. Бының өсөн ул төрлө уйҙырмалар уйлап сығара, ауырлымын тип алдай, башымда яман шеш бар тип ҡурҡыта. Шуның менән үҫмерҙе даими сығырынан-сығара, һөҙөмтәлә уҡыусы педагогтың өйө алдында аҫылына.


Әйткәндәй, йәш уҡытыусы ошо көндәрҙә эшенән китә. Ысынлап та ғәйепле булһа, үҙенең тәртибе юҡ кеше балаларға ниндәй тәрбиә бирә инде…Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: