Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Октябрь 2019, 10:42

“Мин сәхнәмә, тамашасыларыма хыянат итмәнем”

20 октябрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында 46 йыл ғүмерен сәнғәткә, ошо мәҙәниәт ойошмаһына бағышлаған Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллиндың 70 йәше тулыу уңайынан бенефисы үтте.

Сибай тамашасылары араһынан күптәр Риф Ғәле улының уйнауын яратып, ул тыуҙырған образдарҙы күреү өсөн генә театрға йөрөй, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Шулай булмайса, нисәмә йылдар буйы ул һәр спектаклдә төп ролдәрҙең береһен башҡара, үҙенә генә хас алымдары, башҡарыу оҫталығы менән тамашасы күңеленә еткерә. Ижад дәүерендә артист тыуҙырған йөҙҙәрсә образдың һәр береһе үҙенсә, тик “Рифтеке” булыуы менән айырылып тора. Бенефисында был хаҡта күп әйттеләр.


Шуныһы һөйөндөрә: Өфө сәнғәт институтының тәүге ҡарлуғастары булып уҡыу йортон тамамлағандар бөгөн республиканың төрлө театрҙарында сағыу йондоҙҙай балҡып ҡына ҡалмай, ә үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәй, бер-береһенең ижадын күҙәтеп, кәрәк саҡта кәңәш һәм тәнҡит һүҙҙәрен әйтә алыуҙары менән дә бәхетле улар. Риф Сәйфуллинды ҡотларға Өфөнән, Салауат ҡалаһынан студент дуҫтары ла килеп еткән. Шулай уҡ артистың бер туғандарының сәхнәгә сығып тәбрик итеүе лә маҡтауға лайыҡ. Әйткәндәй, Сәйфуллиндар – йырға-моңға маһир, барыһы ла мәҙәниәтте, сәнғәтте яратҡан, ошо өлкәлә хеҙмәт иткән ырыҫлы нәҫел.


Кисәнең иң тулҡынландырғыс мәле аталарын ҡотларға килгән улы Азамат һәм уның ғаиләһенең, ҡыҙы Айһылыуҙың сығышы булғандыр. Ейәндәренең олаталарына еткергән иң изге теләктәре лә, улының атаһы хаҡындағы йылы һүҙҙәре лә, бөтә донъяға танылған, әле Санкт-Петербург ҡалаһында скрипкасы булып эшләгән нескә күңелле ҡыҙы Айһылыуҙың өҙҙөрөп скрипка ҡылдарын тартыуы ла тамашасыларҙың күңелен нескәртте.


Яратҡан коллективы ла Риф Сәйфуллинды бик матур тәбрикләне.


“Минең хеҙмәт кенәгәмдә тик бер генә яҙыу – ошо театрға эшкә алыныуым хаҡында, – тине юбиляр. – Әлбиттә, төрлө театрҙарҙан саҡырыуҙар булды, әммә мин яратҡан Сибай тамашасыларын, хеҙмәт юлымды башлаған, бар ғүмеремде бағышлаған, яҙмышыма, булмышыма, йәшәү рәүешемә әйләнгән театрымды ташлап китмәнем. Мин һеҙгә хыянат итмәнем, яратҡан театрым һәм тамашасыларым!”


Флорид Бүләковтың “О, мөхәббәт” спектакле лә Риф Сәйфуллиндың юбилейына махсус ҡуйылған.
Читайте нас: