Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Октябрь 2019, 15:02

Миллионер - психиатрия дауаханаһында

Телдәрҙе өйрәнеү буйынса Lingualeo онлайн-сервисын барлыҡҡа килтергән 35 йәшлек Дүртөйлө миллионеры Айнур Абдулнасировтың 47 йәшлек апаһын үлтереүҙә ғәйепләнеүе тураһында яҙғайныҡ инде. Хөкөм ҡарары сығарылды.

Апаһының психик сирле булыуы Айнурҙы гел сығырынан сығара торған булған, ә бер көндө уның аңһыҙ тәртибенә түҙмәй, егет бысаҡ менән сәнсә. Ҡатын шунда уҡ үлә, Айнурҙы полиция ҡулға ала.


Тикшереү ваҡытында ғәйепләнеүсенең дә күңеле һау булыуына шик төшә. Экспертиза егеттең ысынлап психик сирле икәнен, ауырыуы 2013 йылда уҡ үҙен һиҙҙергәнен иҫбатлаған. Белгестәр апаһы менән талашҡанда егет нимә ҡылғанын аңламаған тигән һығымтаға килгән. Суд быны иҫәпкә алып, енәйәтсене психиатрик дауаханаға оҙатырға тигән ҡарар сығарған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: