Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Октябрь 2019, 14:58

Коллекторҙар хәлен бөтөргән

Шаран районынан 43 йәшлек иргә «Джой мани» микрофинанс ойошмаһының хеҙмәткәрҙәре шылтыратып йөҙәткән.

Баҡтиһәң, кредитҡа аҡсаны ул түгел, бер туғаны алған икән. Ә ҡатын кәрәкле сумманы ваҡытында түләмәгән, шулай итеп, күп кенә бурыс йыйылған. Әммә уны микрофинанс ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре борсомаған.


Ир был йөҙәтеүҙәргә түҙмәгән, суд приставтарына ялыу яҙған. Һөҙөмтәлә административ тикшереү була. Ул микрофинанс ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренең закондарҙа талап ителгәндән артыҡ шылтыратыуын асыҡлаған. Хәҙер уларға, суд ҡарарына ярашлы, штраф түләргә кәрәк буласаҡ.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: